Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Август 2025, 09:33

Андрей Назаров төҙөүселәргә наградалар тапшырҙы

Етәксенең әйтеүенсә, һуңғы алты йылда республикала торлаҡты сафҡа индереү 1,5 тапҡырға артҡан.

Андрей Назаров төҙөүселәргә наградалар тапшырҙыАндрей Назаров төҙөүселәргә наградалар тапшырҙы
Андрей Назаров төҙөүселәргә наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төҙөүселәргә профессиональ байрамдары хөрмәтенә наградалар тапшырҙы.  Ҡотлау һүҙендә төҙөүселәрҙең төбәк үҫешенә ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләне.

– Архитектураны тынып ҡалған музыка менән сағыштыралар, ә төҙөүселәр уның ноталарын бетон һәм быялала тормошҡа ашыра. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ кешеләрҙең тормош сифаты һәм иҡтисади үҫеш өсөн нигеҙ һала, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Етәксенең әйтеүенсә, һуңғы алты йылда республикала торлаҡты сафҡа индереү 1,5 тапҡырға артҡан һәм 3,3 миллион квадрат метр майҙанды уҙған. Бөгөн Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн 7 миллион 200 мең квадрат метр майҙан әҙерләнгән. Үҙләштереү өсөн яңы биләмәләр  бар, шуларҙың араһында  – “Зауфимье” һәм “Забелье”.

Республика төҙөүселәре Башҡортостан биләмәһендә эре объекттарҙы төҙөүҙә лә ҡатнаша. Уларҙың араһында – Фехтование үҙәге, Көрәш һарайы, Вуз-ара студенттар кампусының тәүге сираты, Геном үҙәге, “Именлек” геронтология үҙәге һәм башҡа проекттар.

Андрей Назаров төҙөлөш тармағы вәкилдәренә наградалар тапшырҙы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас