Белеүегеҙсә, Рәсәйҙә «Кадрҙар» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның буйынса мәшғүллек үҙәктәре халыҡ менән әүҙем эшләй. Айырыуса МХО яугирҙарына эш тәҡдим итеү йүнәлеше популярлашты.
Инвалид ветерандарға ла эш табырға була. Мәҫәлән, «Хмурый» позывнойлы яҡташыбыҙ, оҙаҡ дауаланғандан һуң, эшкә сығырға уйлай һәм мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Уға Шишмә районының ДОСААФ ойошмаһына йүнәлтмә бирәләр. Һөҙөмтәлә, ветеран-яугир ҡул менән идара итә торған автомобилде йөрөтөүгә таныҡлыҡ алып сыға.
Әйткәндәй, быйыл 900 кеше белем ала.