Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Август 2025, 05:00

Ереңде ҡарамаһаң, тартып алалар...

1 сентябрҙән ерҙәрҙе хужаһынан алыу өсөн яңы критерийҙар ғәмәлгә инә. 

Ереңде ҡарамаһаң, тартып алалар...Ереңде ҡарамаһаң, тартып алалар...
Ереңде ҡарамаһаң, тартып алалар...

Һүҙ ҡаралмаған ташландыҡ участкалар тураһында.

РФ Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Колунов белдереүенсә, әгәр ер участкаһында биш-ете йыл бер нәмә лә эшләмәһәң - ер тәғәйенләнешенә ҡарап, төҙөлөш булмаһа, уны тартып аласаҡтар.

Шулай уҡ территорияның яртыһынан күбен ҡый баҫһа һәм бер йылда тәртипкә килтермәһәгеҙ; төҙөлөш объектында тәҙрәләр булмаһа йә тейешенсә төҙөлмәһә, был да - ерҙән яҙыуға сәбәп була ала.

Милексегә, әлбиттә, тәүҙә иҫкәртеү яһаласаҡ. Унда ла ҡолаҡ һалыусы булмаһа - ер дәүләт мәнфәғәттәренә күсәсәк.

Фото: Регнум.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас