Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Августа 2025, 04:00

Депутаттар Рәсәйҙә пенсия йәшен кәметмәксе...

Сергей Миронов һәм Яна Лантратова Хеҙмәт министрлығына шундай тәҡдим ебәрҙе. Бынан тыш, күп балалы әсәләргә һәр баланы иҫәпкә алып пенсияны яңынан һанаясаҡтар. Мәҫәлән, дүрт бала әсәһенең пенсияһы рәсми эш хаҡы 125 мең һум алғандай иҫәпләнәсәк.     

Депутаттар Рәсәйҙә пенсия йәшен кәметмәксе...Депутаттар Рәсәйҙә пенсия йәшен кәметмәксе...
Депутаттар Рәсәйҙә пенсия йәшен кәметмәксе...

Дәүләт Думаһында һәр бала өсөн пенсия йәшен кәметергә тәҡдим итте. Депутаттар Хеҙмәт министрлығына ошондай тәҡдим ебәрҙе:

ике балалы әсә бер йылға иртәрәк пенсияға сыға ала,
өс балалы - өс йылға иртәрәк,
дүрт һәм унан күберәк бала булһа - биш йылға иртәрәк.

Инициатива авторҙары, был - ябай һәм аңлайышлы сара, ул ғаиләләргә ярҙам итәсәк һәм тыуымды арттырасаҡ, шулай уҡ күп балалы әсәйҙәргә пенсияға былай ҙа ваҡытынан алда, әммә кәрәкле стаж һәм пенсия балдары булған осраҡта ғына, сығыу мөмкинлеге биргән ғәмәлдәге системаны ябайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана. 

20 июндә Рәсәй Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков күп балалы әсәләргә һәр баланы иҫәпкә алып пенсияны яңынан иҫәпләйәсәктәрен белдергәйне. Уның һүҙҙәренсә, дүрт бала әсәһенең пенсияһы рәсми эш хаҡы 125 мең һум алғандай иҫәпләнәсәк. 

Былай булырмы? Күрербеҙ.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/news/y-m-i-t/2025-08-17/deputattar-r-s-y-pensiya-y-shen-k-metm-kse-4349153
Автор:
Читайте нас