

Республика халҡы оҙайлы ямғырҙарҙан һәм һалҡын һауа торошонан арый башланы: ҡасан, ниһайәт, күптән көтөлгән йылы килер? Алдағы көндәрҙә синоптиктар үҙгәрештәр вәғәҙәләй.
"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был ял көндәрендә йәй яңынан үҙ көсөнә инәсәк. Сәбәбе – Рәсәй сиктәренә яҡынлашҡан азор антициклоны. Ябай итеп әйткәндә, һауа әүҙем йылына башлаясаҡ, һәм йәкшәмбегә термометр бағанаһы +21,+26 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
“Гисметео” порталы мәғлүмәттәре буйынса, август уртаһы йылы була, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Дөйөм алғанда, август айында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының климат нормаһына яҡын булыуы көтөлә. Сентябрь башы ла республика халҡын ҡыуандырасаҡ. Айҙың тәүге яртыһында көндөҙгө температура +18,+19 градус уңайлы кимәлдә һаҡланасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2025-08-16/asan-yam-yr-ar-tu-tap-e-e-bashlanyr-4351000