

Сарала кәрәҙле элемтә сифатынан алып юлдарҙың торошона тиклемге көнүҙәк булған мәсьәләләр тикшерелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән мөрәжәғәттәр өҫтөнлөклө тәртиптә ҡаралды. Бөтә мәсьәләләр ҙә артабан тикшереү өсөн контролгә алына. Осрашыуҙа «А7-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алексей Витальевич Комаровских, «Балтас» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Хәйруллин Рифат Рәфил улы һәм “Ағиҙел балыҡсылыҡ хужалығы”н ойоштороусы Фәтхетдинов Нур Мөҙәрис улы ҡатнашты. Уларҙың ҡатнашыуы территорияны үҫтереү перспективаларын оператив хәл итергә мөмкинлек бирҙе.