Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август , 11:41

Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?

Ҡыуандырабыҙ! Тәүҙә һалҡын булыр тиҙәр ине, ә хәҙер...

Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?
Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?

Башҡортостанда бер аҙна инде эҫе түгел һәм ямғыр яуа. Башгидромет синоптиктарын аңлатыуҙарынса, республикала һауа торошон ямғырҙар менән аҙ хәрәкәтсән фронталь бүлек билдәләй. Шулай уҡ төньяҡ һауа массалары ҙур роль уйнай. Августың икенсе яртыһында ҡоро ҡояшлы һауа торошон көтөргә кәрәкме? Һәм беҙҙе көҙ башы нимә менән ҡыуандырасаҡ? Прогнозды метеорологтар бирә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы ял көндәрендә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +18,+23 градус була.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ямғырҙар 19 авгусҡа тиклем тотҡарланасаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы +16 – нан +23 градусҡа тиклем буласаҡ. Һуңынан ямғырҙар туҡтаясаҡ, йәнә ҡояшлы һәм йылы буласаҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә термометр бағанаһы +26, +27 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Уңайлы һауа торошо август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Йәйҙең һуңғы өс көнөндә генә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Көҙ башы ла ямғырһыҙ ҡояшлы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ. Сентябрҙең тәүге яртыһында һауа температураһы йәйгесә буласаҡ – көндөҙ һауа +24, +25 градусҡаса йылынасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас