Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Август 2025, 09:56

Талантлы студент

Бөтә Рәсәй йәштәр конкурсында еңеү яуланы

Талантлы студентТалантлы студент
Талантлы студент

Йылайыр районында «Аҫылташ» йәштәр мәғариф форумы үтте. Ул быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Форум «Za единство страны – Zа берҙәмлек» йәштәр фестивале сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Йәштәр ассоциацияһы менән берлектә Йәштәр сәйәсәте министрлығы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында үткәрелде.
Бөтәһе дүрт майҙансыҡта — студенттар өсөн «Самородок – Аҫылташ» йәштәр форумы,  Башҡортостандың эшләүсе йәштәренең туристик слеты (предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн), Башҡортостан студенттарының туристик слеты (студсоветтар, профсоюздар һәм ятаҡтар советтары өсөн), Республиканан сыҡҡан студенттар өсөн «Республика һәм ил менән бергә» йәштәр форумын берләштерҙе.
Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис  Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Өс көн дауамында барған фестивалдең программаһы бай һәм йөкмәткеле булды. Был көндәрҙә йәштәр билдәле эксперттар менән йәштәр өсөн көнүҙәк темаларға — милләт-ара мөнәсәбәт, спорт, эске туризм, мәҙәниәт һәм ижади индустрияла үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, «Һалдатҡа хат» акцияһында, күргәҙмәләрҙә, төрлө викториналар, оҫталыҡ дәрестәрендә, экстремаль спорт уйындарында ҡатнашты, интерактив зоналарҙа уҡтан атырға өйрәнде, һәр кис сәхнә янында Башҡортостандың популяр артистары ҡатнашлығында матур концерт ҡараны, күңелле дискотекала бейене, халыҡ уйындары уйнаны, усаҡ янында тиҫтерҙәре менән аралашты. «Бүреләр» рок төркөмөнөң, йәштәр күптән үҙ иткән Скани (Искәндәр Сөләймәнов) ҡатнашлығында концерт-дискотека барыһына ла оҡшаны.

“Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша”, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында.


Бөтә Рәсәй йәштәр «Росмолодежь. Гранттар» проекттары конкурсы йомғаҡтарын иғлан ителеүен бар йәштәр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был юлы конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәре тип табылған ете проект авторы грант алыуға өлгәште.
Был мәртәбәле конкурста Өфө фән һәм технологиялар университеты мәнфәғәтен Бөрө филиалының педагогика факультеты студенты Полина Шишко яҡланы. Ул “Тәбиғи-фәнни музей “Тәбиғи!” – фәнни форсайт” проекты менән еңеүселәр рәтенә инде һәм 410 000 һумға грант отто.
Проекттың төп маҡсаты – Бөрө ҡалаһында һәм районында белем алған 14-18 йәшлек 300 үҫмер өсөн ҡыҙыҡлы фәнни-интерактив музей ойоштороу, уның нигеҙендә теге йәки был тәбиғи закондарҙы үҙ эсенә алған экскурсиялар үткәреү һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙы фәнгә ылыҡтырыу.
“Хәҙерге йәштәр киләсәктә фән менән шөғөлләнеп, юғары асыштарға өлгәшһен өсөн уларҙы бөгөн үк ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Ә был ҡыҙыҡһындырыу иҫке китаптар уҡыу йәки күңелһеҙ лекциялар тыңлау кеүек иҫкергән методтар менән түгел, ә йәш аҡылды ҡыҙыҡтырырлыҡ төрлө саралар, заманса технологиялар ярҙамында ысын фәнгә ылыҡтырыу мөһим. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мәктәп уҡыусыларына “тауышты тотоп ҡарау” кеүек физика законын аңлау, көслө реакция бирерлек химик тәжрибәләр яһау, тирә-яҡ мөхитте биология һәм география линзаһы аша ҡарау, үҫемлектәр һәм хайуандар араһындағы үҙенсәлекле бәйләнештәрҙе өйрәнеү, электр ярҙамында эффектлы мөмкинлектәрҙе билдәләү ойоштороласаҡ”, – тине проект етәксеһе Полина.
Ошондай мауыҡтырғыс йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған алты экскурсия проект командаһы тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ. Бынан тыш 3-сө урта мәктәп базаһында уҡыусыларҙың үҙләштергән белемдәрен нығытыу һәм практикала ҡулланыу мөмкинлеген билдәләү маҡсатында йомғаҡлау викторинаһы үткәреү ҡаралған.
Проектты финанслау тамамланғандан һуң да Бөрө ҡалаһы мәктәбе уҡыусылары өсөн экскурсиялар дауам ителәсәк. Унда урта йәштәгеләрҙе лә ылыҡтырыу ҡаралған. Шулай уҡ мәктәптәрҙең үҙҙәренә барыу күҙҙә тотола. Былар барыһы ла проектта ҡатнашыусы үҫмерҙәрҙең мәктәп программаһын үҙләштереүҙе еңеләйтер, техник вуздарға уҡырға инергә ярҙам итер һәм киләсәк быуынды яңы асыштарға ылыҡтырыр, тигән ышаныс белдерелә.
Полинаның был еңеүе беренсеһе түгел. Ул алдағы йылда отҡан грантын да тейешле кимәлдә ойоштороп, бурысын еренә еткереп үтәгән. «Фән – ҡыҙыҡлы өлкә. Иң мөһиме – уны йәштәргә аңлайышлы тел менән еткерә белеү. Шуға күрә тәбиғи-фәнни музей ҙа һис шикһеҙ буласаҡ!» – тине Полина был юлы.

Фекер...
Эльвира Ниғмәтулла ҡыҙы Яппарова, Полина Шишконың остазы, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты:
— Йәштәр менән эшләү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Беҙ ҡасандыр был вазифаларыбыҙҙан китербеҙ, беҙҙең урынға аңлы, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған, үҙҙәренә, шәхескә һәм дәүләткә ҡарата дөрөҫ позицияла торған йәштәр килергә тейеш, тигәйне республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров. Был проект ошо йүнәлештәге эштәрҙең береһе булырына ышанам.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

 

Автор:
Читайте нас