Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август , 09:50

Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай

Ирек Зарипов Ҡариҙел ветерандарына  торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ярҙам итә.

Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай
Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай

Ҡариҙел районына эш сәфәре менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, "Ватанды Һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов, инвалидтар эштәре буйынса рәсми координатор Эльмира Егорова һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Вячеслав Миних килде.

Уларҙың сәфәренең маҡсаты - федераль  бюджеттан финансланған "Торлаҡ шарттарын  яраҡлаштырыу" программаһын тормошҡа ашырыу барышын тикшереү һәм МХО-ла ҡатнашып, инвалидлыҡ алған ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Программа сиктәрендә төркөмдөң был 122-се сығышы, уның ярҙамында республиканың 50-нән ашыу инвалид ветераны  ярҙам ала. Был йүнәлештә уларҙы "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды тулыһынса оҙатып бара.

Беренсе сәфәр барышында белгестәр мөмкинлектәре сикләнгән яугирҙарҙың торлаҡтарын тикшерҙе һәм ҡулайлаштырыу сараларын билдәләү өсөн фотоһүрәттәр төшөрҙө. Исемлектә  90-дан ашыу позиция бар. Был осраҡта һәр инвалидтың шәхси ихтыяждары һәм мөмкинлектәре иҫәпкә алына.

Дәүләт фонды вәкилдәре район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин оҙатыуында  Николай Кокшаров һәм Олег Евдокимовта булып, яугирҙарҙың йәшәү шарттарын асыҡланы һәм улар менән ихлас күңелдән аралашты.

Теманы дауам итеп...

Инвалид яугирҙарҙың торлағын яраҡлаштырыу – “Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының Башҡортостан Республикаһындағы мөһим эш йүнәлештәренең береһе. Филиал хеҙмәткәрҙәре ветерандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, шул иҫәптән торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ла.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидтың нозологияһына ҡарап, имгәнгән ветерандарҙың уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу өсөн махсус адаптация саралары менән тәьмин итә. Бының өсөн социаль координаторға йәки туранан-тура “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107.

Адаптация процесы документтар менән эшләүҙе, уларҙы яраштырыуҙы үҙ эсенә ала. "Ватанды Һаҡлаусылар" фондының эксперт советы ыңғай ҡарар сығарғандан һуң, яугирға эш төрҙәрен һәм мәғлүмәттәрен аныҡлау өсөн үлсәүселәр килә. Һуңғы этап – реабилитация сараларын урынлаштырыу. Һәр нәмәгә уртаса дүрт айҙан ярты йылға тиклем ваҡыт китә. "Аҡыллы йорт" системаһы, таймай торған япма, махсус ҡорамалдар, ишек алды төркөмө һәм инвалидтарға кәрәкле башҡа кәрәк-яраҡтар яугирҙарҙың өйөнә торлаҡты яраҡлаштырыу барышында ҡуйыла.

– Эш бара, һәм беҙ аҙна һайын ике-өс районға, йәғни бөтә республикаға сығабыҙ, – тине бер сығышында "Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов.

2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың мартына тиклем филиалға торлаҡты яраҡлаштырыуға 86 ғариза бирелгән, улар буйынса 81 торлаҡ тикшерелгән, 21-е яраҡлаштырылған.

Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 

Сығанаҡ: Ирек Зарипов помогает в адаптации жилья караидельским ветеранам СВО

Наилә Имаева.

Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай
Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай
Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай
Бер кем дә ярҙамдан һәм иғтибарҙан ситтә ҡалмай
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас