Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда әүҙем рәүештә студенттар отрядтары тергеҙелә. Мартта республика Башлығы Радий Хәбиров студенттар аҡса эшләй алһын өсөн отрядтар һанын арттырыу бурысын ҡуйҙы. Был башланғыс тағы ла бер мәсьәләне хәл итергә тейеш: кадрҙар етешмәгән предприятиеларға ярҙам итеү.
Республиканың төрлө ҡалалары һәм уларҙағы предприятиелар был эшкә әүҙем ҡушылды. Уларҙың араһында Туймазы ҡалаһы ла бар. Һөҙөмтәлә, быйыл Туймазы үҙен Башҡортостанда йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм үҫтереү үҙәге булараҡ танытты. 2025 йылдың яҙында Туймазы индустриаль колледжы Рәсәй студенттар отрядтары грантын яулай, уның ярҙамында колледж, Туймазы автобетоновоздар заводы һәм РСО араһында өс яҡлы хеҙмәттәшлек төҙөлә.
Һөҙөмтә булараҡ, Туймазы индустриаль колледжы 2025 йылда иретеп йәбештереүсе һәм слесарь булырға әҙерләнгән 40 студентты уҡытҡан. Егеттәр Башҡортостан студенттарының етештереү отрядтарында ҡатнашҡан, ә уларҙың һөнәри оҫталығы төбәктең иң ҙур предприятиеларының береһендә – Туймазы автобетоновоздар заводында ҡулланылыш таба. ТАЗ-да урындағы балалар ғына түгел, республиканың башҡа ҡалаларынан, мәҫәлән, Бәләбәйҙән һәм Өфөнән студенттар ҙа эшләй.
Шулай 2025 йылдың йәйендә 50-нән ашыу кеше заводта эшләй башлаған да. Студенттар иретеп йәбештереүсе, слесарь, ЧПУ менән станоктар операторы һөнәрен үҙләштерә. Курсты тамамлағандан һуң йәштәр заводта эшләй башлай, унда алған белемдәрен уңышлы ҡуллана, станоктар менән программа менән идара итеүҙе үҙләштерә. "Студент отрядтарының төбәктең ошондай ҡеүәтле предприятиеларында эшләй башлауы бик ҡыуаныслы. Туймазы автобетоновоздар заводы “практика аша уҡытыу” принцибын әүҙем ҡуллана. Был студенттарға реаль күнекмәләр алырға һәм уҡыған ваҡытта уҡ юғары әҙерлек кимәленә етергә ярҙам итә. Практика үткәндән һуң күптәр үҙ карьераһын республика предприятиеларында дауам итеү тураһында уйлана”, – тине Башҡортостан студенттар отрядтарының производство йүнәлеше етәксеһе Юлиә Назарова.
Туймазы автобетоновоздар заводының персонал буйынса директоры Гүзәл Ильясова ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
"Тәүҙә беҙ Башҡортостан студенттарының производство отрядтарынан студенттарҙы ҡабул итеүгә һаҡлыҡ менән ҡараныҡ. Нисек кенә булмаһын, улар ҙур тәжрибәһе булмаған йәш егеттәр. Әммә эштең тәүге көндәрендә үк студенттар беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Улар ысынлап та көслө, дәртле, төп һөнәри күнекмәләре һәм уҡырға һәм үҫешергә ҙур теләге булған йәштәр. Айырыуса Бәләбәй студенттарын билдәләргә теләйбеҙ. Иретеп йәбештереү цехы начальнигы, егеттәр производство процесында тиҙ ориентир таба, бурыстарҙы теүәл аңлай һәм уларҙы юғары кимәлдә башҡара, тине. Хәҙер, беҙ ышаныс менән әйтә алабыҙ, бындай студенттарҙы эшкә урынлаштырыу программалары – ул төбәк сәнәғәтенең киләсәгенә инвестиция. Оҙаҡламай кемдер беҙгә кире ҡайтыр тип өмөтләнәбеҙ, әммә инде штатлы белгес ролендә”.
Уңыштары менән практика үткән студенттар ҙа уртаҡлашҡан.
“Мин күп нәмәгә өйрәндем, һәм хәҙер тап ошо өлкәлә эшләргә теләгем нығынды. ТАЗ-дағы практика миңә ҡорамалдар менән эшләү мөмкинлеген бирҙе, был минең киләсәк һөнәрем өсөн бик мөһим. Бындай мөмкинлек өсөн бөтә ойоштороусыларға ла рәхмәт”, - тип билдәләне ЧПУ менән станок операторы булып эшләгән 3-сө курс студенты Илья Шубин.
19 йәшлек Аяз Лотфрахманов индустриаль колледжда машиналар эшләү технологы һөнәренә уҡый. Студенттарҙың производство отрядтарында ҡатнашыусы булараҡ өҫтәмә рәүештә механик йыйыу эштәрендә слесарь һөнәрен үҙләштерә. Ике ай дауамында төп дәрестәрҙән һуң уҡый. Йәйгеһен был һөнәр буйынса ТАЗ-ға эшкә бара.
– Минең тәжрибәм бар ҙа инде, – ти Аяз. – Үткән каникулдарҙа ла мин ошо заводта эшләнем. Яҡшы эш хаҡы алдым. Коллектив бында яҡшы, ярҙам итәләр, нимә килеп сыҡмаһа, шуны әйтәләр. Колледждан һуң бында даими эшкә килермен тип уйлайым.
Фәнис Мостафин Мәсетле районынан. Туймазы индустриаль колледжында электрик һөнәренә уҡый, өсөнсө курсты тамамлай. Рәсәй студенттар отрядтары гранты арҡаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен дә ала. Әле автобетоновоздар заводында тәжрибә туплай.
– Башҡа эшселәр менән бер рәттән сменала эшләйбеҙ, – тип һөйләй Фәнис. – Миңә оҡшай, үҙемде өлкәндәр кеүек тоям, тик практика етмәй, әммә мин тырышам. Әлеге ваҡытта иретеп йәбештереүсе һөнәре бик талап ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан хеҙмәт семестры сиктәрендә эшләргә теләүселәр өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтте. Оператив штаб 45 предприятиены билдәләне, унда алты йүнәлеш буйынса 43 хеҙмәт проекты ойошторола – төҙөлөштән алып медицинаға тиклем. Шуныһы мөһим, студент отрядтары ҡатнашыусыларын ҡабул иткән предприятиелар һалым ташламалары ала.
Бынан тыш, республикала студенттарҙы эшкә урынлаштырыр алдынан уҡытыуҙы финанслау арттырылды. Бының өсөн 2025 йылда 64,2 миллион һум күләмендә федераль субсидия йәлеп ителде. Аҡса студенттарҙы талап ителгән һөнәрҙәр буйынса эшкә әҙерләргә мөмкинлек бирә.
Фото: "Туймазинский вестник" гәзите.
Автор:Альфия Мингалиева