Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Август , 14:07

Сентябрь айы ниндәй булыр?

Уның тәүге яртыһы ҡыуандыра, ә икенсеһе...

Сентябрь айы ниндәй булыр?
Сентябрь айы ниндәй булыр?

Башҡортостанда көҙ август айында уҡ башланды. Һыуытты һәм өҙлөкһөҙ ямғыр яуа башланды. Республикала сентябрь ниндәй буласаҡ? Әбейҙәр сыуағы көтөләме?

“Яндекс Һауа торошо” сервисы мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң тәүге айының сағыштырмаса йылы булыуы фаразлана. Айҙың тәүге яртыһы айырыуса йылы буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +20 градусҡаса күтәреләсәк. Төндә +12 градусҡаса һыуытасаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡояшлы һәм ҡоро буласаҡ.

Әммә сентябрҙең икенсе яртыһында һауа торошо үҙгәрә. Һауа температураһы көндөҙ +12 градусҡаса түбәнәйә. Төбәктә ямғырҙар яуасаҡ.

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас