+30 °С
Болотло


Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт наградаларын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйған.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә яҡташыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары, ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡорт дәүләт аграр университеты кафедраһы профессоры Рүзил Авзаловҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.