Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Август 2025, 04:20

Андрей Назаров ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе

Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһында  Башҡортостан сода компанияһында  ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.

Андрей Назаров ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙеАндрей Назаров ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе
Андрей Назаров ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе

Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһында  Башҡортостан сода компанияһында  ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе.

Ултырышта шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Башҡортостан прокуроры урынбаҫары Андрей Маркин, Рәсәйҙең  Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Алексей Головко, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, медицина учреждениелары һәм Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге ҡатнашты.

Ултырышта хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар тикшерелде. Экстрен хеҙмәттәр ваҡиға урынына ваҡытында килеп еткән, күмәк көс менән инцидент урынын айырып алыу һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса барлыҡ тейешле саралар күрелгән.

“БСК-лағы хәлде Башҡортостан Башлығы шәхсән контролдә тота. Беҙ киләсәккә һығымталар яһарға һәм бындай ваҡиғаға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ”, – тине Андрей Назаров.

Сарала ҡатнашыусылар зыян күргәндәрҙең һаулығы торошона айырым иғтибар бүлде. Улар барыһы ла ваҡиға урынында уҡ тәүге ярҙамды алған һәм кисекмәҫтән медицина учреждениеларына оҙатылған.

Ултырыш тамамланғас, Премьер-министр дауаханаға зыян күреүселәр янына барҙы һәм улар урынлашҡан шарттар менән танышты.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға  буйынса ентекле тикшереү үткәрә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:
Читайте нас