Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Августа 2025, 11:42

Изге күңеллелек өлгөһө

Эльза Лотфуллина — “Йылдың иң яҡшы табибы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының үҙенең триумфаторы бар. Ул да булһа — Бөтә Рәсәй конкурсында 2025 йылдың иң яҡшы участка педиатры булып танылған Эльза Лотфуллина. Яҡташыбыҙҙың лайыҡлы еңеүе уның юғары һөнәри оҫталығы, эшен ысын күңелдән яратыуы һәм пациенттарын ихлас хәстәрләүе тураһында һөйләй.

Изге күңеллелек өлгөһөИзге күңеллелек өлгөһө
Изге күңеллелек өлгөһө

Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы ябай табип ҡына түгел, ә изге күңеллелектең, яуаплылыҡтың һәм һөнәри оҫталыҡтың ысын өлгөһө. Уның Хоҙайҙан бирелгән һәләте, эшенә яуаплы ҡарауы бәләкәй пациенттарға ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамы алырға булышлыҡ итә.
Ғүмеренең яртыһын Эльза Лотфуллина медицинаға бағышлаған. Эшләү дәүерендә уның ҡул аҫтында бер генә быуын үҫмәгән, ул йәш пациенттарының һаулығын һаҡлау, нығытыу, дауалау өсөн бар тырышлығын, белемен һәм көсөн һалған.
3-сө класта уҡығанда мин үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыным һәм бер ай дауаханала яттым. Ул саҡта көнөнә алты ҡабат пенициллин ҡаҙайҙар ине, һәм минең тәнемә уның еҫе тулыһынса һеңгәйне. Был миндә кире хистәр тыуҙырманы, киреһенсә, шул саҡта мин үҙемдең балалар табибы булырға теләүемде аңланым, — тип иҫкә ала Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы.
Ата-әсәһе һөнәр һайлағанда башҡа өлкәгә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итһә лә, ул үҙ һүҙендә тора. Өфө медицина институтын тамамлап, Салауат туберкулез диспансерында фтизиатрия буйынса интернатура үтә. 1994 йылда тыуған районына ҡайта һәм Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы үҙе Иҫке Бағаҙы ауылында тыуып үҫә һәм бөгөн дә шунда йәшәй.
Ул саҡта табиптар әҙ, халыҡ һаны күп, эшләргә кеше юҡ ине, — тип дауам итә ул. — 30 йыл эсендә мин бик күп ауырлыҡтар ҙа, тотороҡло мәлдәр ҙә кисерҙем. Ләкин шуныһы һәр ваҡыт үҙгәрмәне: мин үҙемдең изге һөнәремде яраттым, сөнки һаулыҡтан да ҡәҙерле нәмә юҡ. Үҙемдең элекке пациенттарым табип һөнәрен һайлағанын белһәм, уларҙың илдең төрлө мөйөшөндә эшләгәнен ишетһәм, ысын күңелдән шатланам. Бер туғандарымдың ҡыҙҙары ла минең эҙҙән китте, беҙҙең медиктар династияһы барлыҡҡа килде.
Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы тураһында айырым йылылыҡ менән пациенттарының ата-әсәләре лә һөйләй, уның иғтибарлы булыуын, һәр бала менән уртаҡ тел таба белеүен маҡтап телгә ала. Хеҙмәттәштәре лә уны ярата һәм хөрмәт итә.
Мин биш йыл участка педиатры Эльза Лотфуллина эргәһендә шәфҡәт туташы булып эшләйем, бер бүлектә беҙ оҙаҡ йылдар бергә эшләйбеҙ, — тип һөйләй Флүзә Мөнирова. — Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы башҡарған эшенә яуаплы ҡарай, үҙенең пациенттары өсөн ысын күңелдән ҡайғыра, хәстәрләй. Ул изге күңелле, бик асыҡ кеше, туғандарын да бик ярата, уларға ҙур иғтибар бүлә, һәр саҡ ярҙамға әҙер.

Йәш табиптар ҙа уның тәжрибәһен һәм белемен юғары баһалай, унан диагноз ҡуйғанда, дауалау курсын билдәләгәндә кәңәш һорай. Ә үҙе йәштәрҙән компьютер белеменә, махсус программаларҙа эшләргә өйрәнә.
2023 йылда Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы махсус хәрби операцияла командировкала булып ҡайтты, унда Красный Луч ҡалаһында дауаханала эшләне.
Ҡалала перинаталь үҙәк, балалар дауаханаһы, онкологик, туберкулезға ҡаршы диспансерҙар һәм башҡалар бар ине. Уларҙың төрлөһө төрлө ерҙә урынлашҡайны, — тип һөйләй табип. — Мин балалар клиник дауаханаһында педиатрия бүлегендә эшләнем, ауырыу балаларҙы дауаланым. Унда кешеләр ҡыйыу, көслө рухлы, 2014 йылдан башлап барған һуғыш уларҙы һындырмаған. Унда сиркәү, мәсет, мәктәптәр, балалар баҡсалары, колледждар бар — шарттар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, балалар уҡый. Башҡортостан был ҡаланы үҙ ҡанаты аҫтына алды, шул ярҙам арҡаһында Ҡыҙыл Лучта мәктәп ремонтланды, балалар ҡаласығы төҙөлдө, юлдар тергеҙелде. Ләкин урамдар унда буш, бер кем дә тик томалдан йөрөмәй, сөнки теләһә ҡайһы ваҡытта атыштар башланырға мөмкин.


Луганск Халыҡ Республикаһында булған саҡта Эльза Лотфуллина башҡа медиктар менән бергә Петровский ҡалаһында Туғандар ҡәберлегенә, Штеровка ауылы эргәһендә генерал М. Шайморатов һәләк булған ергә, Красный Луч — Луганск шоссеһы эргәһендә һәләк булған атлыларға арналған “Партизандар туҡталышы” мемориалына сәскәләр һалыуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Красный Лучта Миус йылғаһында Хәрби дан музейында, М. Шайморатов исемендәге Петровск мәктәбендә була. Һуңғыһына Башҡортостан төҙөүселәре капиталь ремонт яһай һәм беҙҙең легендар комдив исемен бирә.
Хеҙмәттәштәрем минең өсөн бик ҡайғырҙы, ҡайтҡан саҡта Ҡариҙел ауылына ингән ерҙәге стела эргәһендә коллективым сәскәләр һәм шарҙар менән ҡаршы алды. Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы булды, — тип иҫкә ала ҡыйыу йөрәкле табип.
Эльза Мөхәмәткамал ҡыҙы һөнәренә баш көллө сумһа ла, яратҡан шөғөлдәре өсөн дә ваҡыт табырға тырыша. Һәр ауыл ҡатын-ҡыҙы кеүек хужалыҡ тота, баҡса үҫтерә, ҡул эше менән шөғөлләнә, ашарға бешерергә ярата. Отпускаһы ваҡытында сәйәхәт итә, яҡындары менән тәбиғәт ҡосағында еләк һәм бәшмәк йыя, ҡышын саңғыла йөрөй.


Зөлфирә Сәфәрова.
Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас