

Бал ҡорттары үрсетеү — ҙур тырышлыҡ, күп йыллыҡ тәжрибә, тәрән белем һәм тәбиғәткә һөйөү талап итә. Мата ауылында йәшәүсе Солтановтар нәҡ шундай эшһөйәр ғаиләләрҙең береһе. Быуындан-быуынға күсә килгән был татлы кәсепте аталы-уллы Рәшит һәм Рәмил Солтановтар бөгөн тырышлығын һалып дауам итә. Уларҙың умарталығында 100-ҙән артыҡ баш ҡорт иҫәпләнә.
Рәшит Солтан улы — умартасылар нәҫелен дауам итеүсе. Уның атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Солтанғәли Ғилмисолтанов ғүмере буйы бал ҡорттары ҡараған. Ә Солтанғәли ағайҙың атаһы — Ғилмисолтан Шәйсолтанов иһә был эшкә нигеҙ һалыусы булып һанала. Солтановтар өсөн умартасылыҡ — ябай ғына эш түгел, ә тормош рәүеше, нәҫел хазинаһы.
Бөгөн Рәшит ағай үҙенең улы Рәмил менән бергәләп эшләй. Рәмил — заман менән бергә атлаусы йәш егет. “Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең нәҫелдә элек-электән килә, олатайҙарым да ҡортсолоҡто үҙ иткән. Мин, әлбиттә, ата-бабаларымдың тәжрибәһен ҡәҙерләйем, ләкин заман үҙгәрә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Шуға күрә мин дә был өлкәлә яңылыҡ керетеү яҡлы, — Рәмил Рәшит улы. – Бала саҡтан атайыма ярҙамлашып үҫтем, шуға ла ҡорт тәрбиәләүҙең нескәлектәрен һәйбәт беләм”.
Солтановтар урманға ла умарталар ҡуя. Беҙҙең яҡта уны “тумар” тип йөрөтәләр. “Урманға тумарҙар ҡуйыу элек-электән килә, әммә унда ҡайһы бер ҡурҡыныс та бар, — тип һөйләй тәжрибәле умартасы. — Мәҫәлән, айыуҙар шул тумарҙарҙы туҙҙырған осраҡтар ҙа булды. Шуға күрә, уларҙы һәр ваҡыт барып ҡарап торорға кәрәк: бал ҡорто ҡунғанмы, иҫән-һаумы? Умартасы өсөн был яуаплы һәм мәшәҡәтле эш”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, умартасыларҙы хафаға һалған осраҡтар ҙа булғылай. Ауыл тирәһендәге баҫыуҙарҙы ағыулау ҡорттарға ҙур зыян һала. “Борсолоһоң да, — тип дауам итә умартасы. — Һалҡын ҡарлы ҡышты иҫән-имен сығып, йәйге матур көндәрҙә бер-бер артлы ҡорттарың ауырыһын, йәки бөтөнләй һәләк булһын әле!” Әйтеүҙәренсә, был йәйҙе лә бындай осраҡ булған.
Солтановтар ғаиләһе өсөн бал ҡорттары — килем сығанағы ғына түгел, ә тормош мәғәнәһе. Улар тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыу — нәҫел тәрбиәһенең төп принциптары, тип һанай.
Мата ауылы умартасылары йыл һайын мул уңыш йыйып ала. Уларҙың балы үҙенең юғары сифаты, хуш еҫе һәм шифалы үҙенсәлектәре менән дан тота. Солтановтар балына һорау шул тиклем ҙур, уны хатта сит төбәктәрҙән дә килеп алалар. Ауыл, район халҡы ла Солтановтар балын бик яратып ала, сөнки ул тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа продукт.
“Бал ҡорттары үрсетеү — ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсә килгән шөғөл. Киләсәктә лә был эште дауам итәсәкбеҙ, сөнки беләбеҙ: бал — ул тәбиғәттең иң ҡиммәтле бүләктәренең береһе, ә умартасы — был бүләкте һаҡлаусы һәм халыҡҡа еткереүсе. Иң мөһиме — эшеңә күңел йылыңды һалыу һәм булдыҡлы хужа булыу, шул саҡта ғына уңышҡа ирешергә мөмкин, — ти Рәшит Солтанов.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.