

Ауыл ерендә фермер хужалығы төҙөп, үҙ эшен асып эшләүселәр бихисап. Улар республикала булдырылған төрлө проекттарҙа, махсус программаларҙа ҡатнашып, гранттар алыуға ла ирешә ала. Бары тик тәүәккәллек һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Яңы Бикмәт ауылында йәшәүсе Вил Билалов шул тәүәккәл аҙымын яһаған да инде.
Беҙ тормош иптәшем Диана исеменә фермер хужалығы асҡайныҡ. 300 гектар майҙанда ер булдырҙыҡ. Арыш, арпа үҫтерҙек, бестужев тоҡомло һыйыр малы аҫрай башланыҡ. Шулай итеп, әкрен генә фермерлыҡ эшен “татып” ҡарарға булдыҡ, — тип һөйләй Вил Рәфит улы. — Эштең асылына бер аҙ төшөнгәс, үҙемә лә фермер хужалығы булдырырға ниәтләнем.
Был аҙымды яһап, яңылышмай Вил Билалов. “Агростартап” программаһында ҡатнашып, һөт етештереү, һөт продукцияһын һатыу өсөн ҡара-сыбар тоҡомло мал үрсетеү проектын тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән һайлап алыу конкурсын үтеп, шул аҡсаға ҡара-сыбар таналар алып ҡайта.
Беҙ хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малдарын үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнергә иҫәпләйбеҙ, — тип һөйләне фермер. — Был табышлы, әммә еңел эш түгел. Һыйырҙарҙың даими быҙаулауына ирешеү, һөт етештереүҙе арттырыу өсөн малдарҙы тейешенсә тәрбиәләргә кәрәк.
Һөт етештереүҙә йәйләү ваҡытын мул һөт осоро, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. “Билалов” крәҫтиән-фермер хужалығында малдар йәйләүҙәргә май башында уҡ күсерелгән. Һауым күтәрелгән, хәҙерге осорҙа хужалыҡтан эшкәртеүсе предприятиеға 300 литр һөт оҙатыла. Һауым һыйырҙары электр көтөүсеһендә көтөлә. Малдар киске һауымға ғына керә. Иртәнге һауым бөтөү менән йәйләүҙә торалар. Бирелә малдарға ла, малсыларға ла уңайлы шарттар тыуҙырылған. Малдарҙың алдынан фураж, һыу өҙөлмәй.
Йәйләүҙең иң ҙур өҫтөнлөгө шунда — был осорҙа ҙур сығымдарһыҙ ғына мул продукция алырға мөмкин, сөнки мал аҙығын әҙерләп тораһы түгел. Һөҙөмтәлә, йәйге һөттөң үҙҡиммәте лә түбән була. Быны һөт продукцияһы эшкәртеүсе предприятиелар хужалары яҡшы белә. Шуға һауылған һөттө арзанға булһа ла тапшырыуың хәйерле, — ти Вил Билалов.
Йәйләүҙәге һыйырҙар янында һыу эсереп йөрөүсе Илнар Ғәлин дә эшен яратып башҡарыуы һәм йәйге осорҙоң бик тә яуаплы булыуы хаҡында һөйләне.
Малдарҙы иртәнге алтынсы яртыла көтөүлеккә сығарабыҙ. Артабан фураж һалабыҙ, һыу эсерәбеҙ. Көтөүлектә кискә тиклем улар янында булып, малдарҙы күҙәтеү аҫтында тотам, — ти Илнар.
Был малдарҙың холҡо икенсе төрлө. Улар кешенән ҡурҡмай. Яндарына килһәң, ҡулға киләләр. Аҙыҡты ла аҫтарына тапап бөтөрмәйҙәр, ә бөртөгөнә тикле ашайҙар, — ти хәстәрлекле фермер малдары хаҡында.
Вил Рәфит улына хужалыҡты етәкләү өсөн иртәнән кискә тиклем тир түгергә тура килә. Етәксемен тип тормай, ҡулына һәнәген дә, көрәген дә ала, тракторын да йөрөтә. Малсылыҡта бер генә төрлө эш башҡарып, башҡаһын туҡтатып тороп булмай, шуға күрә фермер булырға барыһы ла булдыра алмай. Ә эшһөйәр, булдыҡлылар ғына был эшкә тотона.
"Беҙҙең республикала ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм йыйымы иң күп, һәм аны эшкәртеү дәрәжәһе буйынса ул беренсе өслөктә урын алырға тейеш. Беҙҙең агропромдың потенциалы бөгөнгө һөҙөмтәләрҙән шаҡтай юғары," — ти Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Атаһының беренсе ярҙамсыһы — улдары Ринат. Егет Нефтекама машина төҙөү колледжын тамамлап, ҡулына иретеп йәбештереүсе белгеслеге буйынса диплом алған. Ул йәй айҙарында атаһының хужалығында механизатор булып эшләп, мал аҙығы әҙерләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Киләсәктә лә атаһы менән бергә хужалыҡты алып барырға уйлай.
Күҙ теймәһен, фермерлыҡ эшенә ныҡлап тотонған Вил Билалов. Ике МТЗ, бер ДТ-75 тракторҙарына, бер комбайнға, тағылма инвентарҙарға эйә.
— Беҙҙе бәләкәйҙән башлаған эшеңде еренә еткереп эшләргә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Тотонғанһың икән, уны һин башҡарырға тейешһең. Бер нисә йыл элек фермерлыҡ хужалғымды булдырып, әкрен генә аҙымдар яһай алғаныма һөйөнәм. Киләсәктә лә эшебеҙ уңышлы булһын, тигән теләктәмен. Пландарыбыҙ төҙөлгән, маҡсаттарыбыҙ ҡуйылған, теләгебеҙ бар, сәләмәтлек кенә булһын, тырышабыҙ. Ярҙамын алып торабыҙ, бының өсөн район һәм республика етәкселегенә ҙур рәхмәт, — ти Вил Билалов.
Теманы дауам итеп...
Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам саралары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.
Малсылыҡ тармағының һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың бер факторы булып тоҡомсолоҡ эшен үҫтереү тора. Былтыр һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал һанын Геном баһалау программаһы әҙерләнде һәм «Иннопрактика» компанияһы менән уны республиканың тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында һатыу буйынса берлектәге эш ойошторолдо. 2024 йылда программа алты тоҡомсолоҡ хужалығында тормошҡа ашырыла, унда тоҡомсолоҡ ҡиммәтен билдәләү өсөн өс меңдән ашыу өлгө һынала, шул уҡ ваҡытта хужалыҡтарға геном баһаһына республика бюджетынан сығымдарҙың 90 проценты кире ҡайтарыла.
Фекер...
Ильвер Нурмөхәмәтов, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы:
Башҡортостан — юғары үҫеш алған сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге. Унда һөт, һыйыр ите һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһала. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән фермерлыҡ эшен алып барыу өсөн ҡаралған гранттар, субсидиялар һәм ташламаар кеүек төрлө ярҙам саралары менән беҙҙең район фермерҙары әүҙем ҡуллана. Яңы Бикмәттән Вил Билалов 2023 йылда грант отоп, тоҡомло һыйыр малдары алып ҡайтып, бөгөн уңышлы эшләй.
Венера Арысланова.
Борай районы.