Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Июль , 12:02

Заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы дауахана коллективы менән әңгәмәләште һәм медицина учреждениеһы етәкселегенең иғтибарын йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтте.

Заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк
Заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Мишкә үҙәк район дауаханаһында булды. Медицина учреждениеһы сменаһына 250 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Поликлиникала шулай уҡ 45 койкалыҡ көндөҙгө стационар эшләй. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 92 койка иҫәпләнә.

Үҙәк район дауаханаһы айырымланған подразделениеларҙы үҙ эсенә ала – өс табиплыҡ амбулаторияһы, 33 фельдшер-акушерлыҡ пункты, шул иҫәптән алты модулле бина һәм бер күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты.

Башҡортостан Башлығы дауахана коллективы менән әңгәмәләште һәм медицина учреждениеһы етәкселегенең иғтибарын йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтте. Шулай уҡ Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветераны Рәмил Сәлихов менән осрашты. Ул дауаханала яугирҙәр өсөн махсус ойошторолған айырым кабинетта диспансерлаштырыу үтә.

Төбәк етәксеһе биләмәләге хирургия комплексының иҫке бинаһын ҡараны. Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһын төҙөү өсөн уны һүтергә кәрәк буласаҡ. Модулле корпусты “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөүҙе планлаштыралар. Радий Хәбиров Мишкә ауылында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын төҙөү буйынса эштәр 2027 йылда башланасаҡ, тип белдерҙе.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас