Упҡанкүлдәрҙең дини йолаларҙы үтәп йәшәүе, йома намаҙҙарына күпләп йөрөүҙәре, әрүәхтәр рухына, йорт-ил тыныслығына бағышлап аяттар уҡытыуы, ҡорбан аштары үткәреүе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуы һоҡландыра.
Ауыл халҡы быйыл берҙәм булып, “Әҡбәр” мәсетенә төкәтмә төҙөп ингән. Хәҙер мәсеттә иркен, төрлө саралар үткәрер өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Төҙөлөш эштәрендә һәм яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт белдереп, мәсеттә ҙурлап Шөкөр Ҡөрьән мәжлесе үткәрәләр. Унда әйләнә-тирәләрҙән дә ҡунаҡтар килә, етәкселәр ҡатнашыуы тағы ла мәртәбә өҫтәй.
Сарала ауылдың әүҙем, өлгөр, рухлы ағинәйе, мәсеттә дини һабаҡ биреүсе мөғәллимә Зөлфиә абыҫтайҙы ла 65 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерә мәжлескә килеүселәр.
Ғаиләләргә именлек, донъяларҙың тыныс булыуын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-имен Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, киләсәктә лә бергә-бергә динебеҙҙе күтәреп эшләргә насип булһын, бергә һәм берҙәм булайыҡ, - тигән теләктә таралыша барыһы ла был мәжлестән.
Наилә Имаева.