Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 04:05

Тыныс ял иткең килһә, һалымыңды түлә

Яҡшы ял итер өсөн бурыстың барлығын тикшереп, уны алдан түләү мөһим. Бының өсөн һалым инспекцияһына килеү мотлаҡ түгел. Бурыстың барлығын белергә (йәки уның юҡлығына инанырға) түбәндәге ысулдар менән мөмкин:    

Тыныс ял иткең килһә, һалымыңды түләТыныс ял иткең килһә, һалымыңды түлә
Тыныс ял иткең килһә, һалымыңды түлә

Ҡыҙыу отпускылар мәле. Ул тыныс, яҡшы үтһен өсөн һалым буйынса бурысың юҡлығына инанырға кәрәк. Туристың ҙур һалым бурысы табылған осраҡта, уны сик буйы хеҙмәттәре авиарейсҡа индермәйәсәк.  Сикләүҙе бөтөрөү процесы байтаҡ ваҡыт ала: һалымдар, пенялар һәм штрафтар буйынса бурыстарҙы түләргә, суд приставтары хеҙмәтенә башҡарма йыйым индерергә, ведомстволарҙан түләүҙәрҙе раҫлауға дәлил һәм башҡарма производствоны суд приставы-башҡарыусы тамамлауын көтөргә кәрәк буласаҡ. Һалым хеҙмәте бурыстарҙы банктағы иҫәбегеҙҙән күсерергә хоҡуҡлы - отпуск ваҡытына аҡсаһыҙ ҡалыуығыҙ ҙа ихтимал.

Тимәк, яҡшы ял итер өсөн бурыстың барлығын тикшереп, уны алдан түләү мөһим. Бының өсөн һалым инспекцияһына килеү мотлаҡ түгел. Бурыстың барлығын белергә (йәки уның юҡлығына инанырға) түбәндәге ысулдар менән мөмкин:

  • "Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет" Рәсәй федераль һалым хеҙмәте сайтында йәки "Физик шәхестәр һалымдары" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында;
  • Күп функциялы үҙәктең офисына мөрәжәғәт итеп;
  • "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында.

Бурысты теләһә ниндәй уңайлы ысул менән ҡапларға мөмкин:

  • Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең "Физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет" интернет-сервистары ярҙамында https://lkfl2.nalog.ru/lkfl/, “Һалымдар һәм пошлиналар түләү” https://service.nalog.ru/payment/#fl, “Физик шәхестәр һалымдары” мобиль ҡушымтаһы;
  • "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында https://www.gosuslugi.ru/ ;
  • банк ҡушымталарында, шулай уҡ банк офистарында йәки түләү терминалдарында.

Башҡортостан Республикаһының һалым органдары төбәк халҡына отпускты һалым буйынса бурыстың булмауын тикшереүҙән башларға кәңәш итә, сөнки был отпуск ваҡытында тыныс күңел менән иркенләп йөрөү, финанс тотороҡлоҡ булыуы өсөн гарант.

источник

Автор:
Читайте нас