1980 йылда йәш уҡытыусы Лилиә Ҡәҙим ҡыҙы Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, Абдулла ауылына эшкә килә. Тыйнаҡ, асыҡ күңелле һәм һөнәрен яратҡан ҡыҙ ауылдаштарҙың ихтирамын тиҙ яулай. Ул бирелә үҙенең буласаҡ тормош иптәше — урындағы урман сәнәғәте мастеры Фәрит Сәйетовты осрата. Улар бер-береһен оҡшата, араларында мөхәббәт хистәре тыуа һәм йәштәр 1981 йылда гөрләтеп туй үткәрә.
Йәш ғаилә яңы пландар ҡора, ләкин яҙмыш улар өсөн яңы мөмкинлектәр аса. 1985 йылда Фәрит Ғәйнелйән улын Свердловск ҡалаһына уҡырға ебәрәләр, ул унда юғары белем ала. Университетты тамамлағандан һуң йәштәр тыуған яҡҡа ҡайта, ләкин был юлы күрше Комсомольский ауылына.
Фәрит Сәйетов техноруктан Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына тиклем юл үтә. Уның хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм эшен оло яуаплылыҡ менән башҡарыуы хеҙмәттәштәре һәм ауыл халҡы араһында ихтирам уята. Ә Лилиә Ҡәҙим ҡыҙы ошо йылдар эсендә балаларға төплө белем һәм тәрбиә бирә.
Сәйетовтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Оло улдары атаһы эҙенән китеп, урман техникумында уҡып сыға. Уртансы улдары һәм ҡыҙҙары БДУ-ны тамамлай. Хәҙер һәр береһенең ғаиләһе бар. Лилиә Ҡәҙим ҡыҙы һәм Фәрит Ғәйнелйән улы ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Уларҙың ғаиләһе — бер-береңә хөрмәт, хәстәрлек күрһәтеү һәм яратҡан эшеңә бирелгәнлек өлгөһө.
Миләүшә Мусина,
Абдулла ауыл клубы методисы.