

Тантанаға йәштәрҙең ата-әсәләре, педагогтар, мастерҙар йыйылды. Уҡыу йорто директоры Илшат Әминев барыһын да иҫтәлекле көн менән тәбрикләне:
— Колледжда һеҙ белем генә алып ҡалманығыҙ, коллективта эшләргә, бер-берегеҙҙе яҡларға, ярҙам итергә өйрәндегеҙ. Предприятиеларға эшкә кергәндә һеҙ яңы кешеләр менән танышырһығыҙ, бына шунда был сифаттар кәрәк була ла инде. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтегеҙ, — тип кәңәштәрен бирҙе ул.
Быйыл 209 егет һәм ҡыҙ уҡып сыға, 10 уҡыу төркөмө. Был бер яҡтан ҡарағанда, бик күп. Сығарылыш уҡыусыларын бындай һанда күптән сығарғаны юҡ ине уҡыу йортоноң.
Ҡотлауҙарға район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Дамир Усманов та ҡушылды. Ул Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яҡлау программаһы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Дәүләт йәш белгестәргә эшкә урынлашҡанда 750 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтә. Аграр университетҡа уҡырға инеп, юғары белем алырға теләге булғандарға ярҙам итәсәктәре тураһында ла әйтте Дамир Таһир улы. Йәш һөнәрмәндәрҙе әҙерләгәндәре өсөн агросәнәғәт колледжы педагогтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ул.
Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусылары араһында йәштәр генә түгел, олораҡ быуын вәкилдәре лә бар ине. Улар ҙа яңы белгеслек алғандарына йәштәр кеүек ҡыуанды. Был көндө автомобилдәр ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү мастерҙары, иҡтисадсылар, бухгалтер иҫәбе белгестәре, ашнаҡсылар, кондитерҙар, ауыл хужалығы етештереүе мастерҙары, йәшелсәселәр, тегеүселәр, дөйөм төҙөлөш эше мастерҙары диплом алды. Уларҙың күптәре Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Тантана бигерәк тә студенттарҙың ата-әсәләренә ҡыуаныслы булды: улар ысын күңелдән шатланып, фотоға төшөрҙө, уҡытыусыларға ла, балаларға ла гөлләмәләр бүләк итте.
Виктория Ишмырҙина.