

Ә ауылдарҙа, ҙур булмаған магазиндарҙа, ундай вазифалар юҡ. Прилавка артында торған кешегә барлыҡ эштәрҙе лә — тауарға заказ бирергә һәм ҡабул итергә, кассаны алып барырға, ревизиялар үткәрергә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был һөнәр үҙенең көнүҙәклеген бер ҡасан да юғалтмай. Күптәр оҙаҡ йылдар эшләп, бар ғүмерен тиерлек уға бағышлай.
Ҡыҙыл Үреш ауылы магазинында үҙ эшенә бар күңел йылыһын һалған һатыусы — Зинфира Закирова эшләй, был өлкәлә уның хеҙмәт стажы 35 йыл. Был асыҡ йөҙлө һәм киң күңелле гүзәл зат әйтеүенсә, уның эше беренсе ҡарашҡа ғына еңел кеүек күренә. Ә ысынында, белем, яуаплылыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек һәм кешеләр менән аралаша белеүҙе талап итә. Шулай уҡ һатыусы иғтибарлы булырға, аҙыҡ-түлектең яраҡлылыҡ ваҡытын тикшерергә, ревизиялар үткәрергә, ә иң мөһиме — һатып алыусыны ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп хеҙмәтләндерергә тейеш.
Зинфира Ғәлләмша ҡыҙы эшләгән магазинда тауарҙар ассортименты бик бай: ашамлыҡтарҙан башлап көнкүреш кәрәк-ярағына тиклем бар. Һатып алыусы үҙенә кәрәкте заказ менән дә ҡайтарта ала бында. Шуға ла магазинға төрлө йәштәге кешеләр ихлас килеп, өй өсөн дә, аҙыҡ-түлек тә һатып ала. Сауҙа нөктәһе ауыл халҡы өсөн аралашыу, хәл-әхүәл белешеү үҙәге лә булып тора. Яңылыҡтары, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән бүлешәләр.
— Яҡшы һатыусы — ул һатып алыусының психологияһын белгән, кешеләр менән аралашыу оҫталығына эйә булған кеше, — тип йылмая Зинфира Ғәлләмша ҡыҙы.
Һатыусы һандар менән эш иткәндә теүәл, иғтибарлы булырға, бер ҡасан да кешеләргә асыуланырға, тауыш күтәрергә тейеш түгел, тип һанай ул. Был йәһәттән Зинфира Закироваға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Ул үҙенең эшенә бар күңел йылыһын, тырышлығын һала, һөнәри бурыстарын юғары кимәлдә, йөрәге ҡушыуы буйынса башҡара.
Зөлфирә Инсапова.