

Борон был байрам кәкүктәрҙе һөйөндөрөү йолаһынан башланған булған, бының өсөн кәкүк ҡунған ағас аҫтына һөт, ҡатыҡ һипкәндәр, йомортҡа һалғандар, ә ағас ботаҡтарына ҡыҙыл таҫмалар бәйләгәндәр.
Ҡадир Нәғим улы сарала ҡатнашыусыларға ошо матур йоланы һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ байрамдың риүәйәттәре һәм йолалары, традицион йырҙары һәм уйындары менән таныштырҙы. Фольклор байрам ваҡытында ярыштар ойошторолдо, йырҙар башҡарылды, шиғырҙар уҡылды.
“Кәкүк сәйе” — ул уйындар, йырҙар, бейеүҙәр менән бергә күмәкләшеп сәй эсеү ҙә. Ҡатнашыусылар миллаштар әҙерләне. Сәй эскәндән һуң, донъяға муллыҡ һәм именлек һорап, теләктәр әйтелде.
— Беҙҙә был байрам йолаға әйләнде һәм быйыл да иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтте. Сараға килеүселәрҙе торба, былау, хуш еҫле үләндәр менән ҡайнатылған ҡыр сәйе менән ҡаршы алдылар. Берәү ҙә күстәнәсһеҙ килмәгән: йылға балығы ла, яңы бал да, ҡарбуҙ ҙа, һәм, әлбиттә, яратып бешергән милли ризыҡтар ҙа өҫтәлдән урын алды. Аяҡ баҫҡан баланан алып өлкән йәштәгеләр ҙә милли кейемдәр кейгәйне. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау маҡсатында онотолоп барған уйындар уйнатылды, йырҙар йырланды. Ялға ситтән ҡайтҡан ауылдаштар ҙа ҡәнәғәт булып, үҙҙәренең рәхмәттәрен еткерҙе. Байрамды иҫтә ҡалырлыҡ, һағынып һөйләрлек итеп үткәреүсе Ирина һәм Ҡадир Халиҡовтарға рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ, — ти Флидә Заһиҙуллина.
Венера Арысланова.