

Был бүләкләү ауыл хеҙмәтенең мәртәбәһен күтәреүгә йүнәлтелгән аҙым булып тора һәм уның йәмғиәттә ниндәй дәрәжәлә мөһим булыуын күрһәтә. Нюра Ғайфулла ҡыҙы кеүек хеҙмәт алдынғылары ауыл хужалығының ысын йөҙө, уның «алтын бағанаһы». Улар тыуған ергә тоғро хеҙмәт итеп, илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға ҙур өлөш индерә.
Нюра Васитова – бар ғүмерен ауыл хужалығы өлкәһенә бағышлаған гүзәл зат. 10-сы кластан һуң, 1984 йылда, тыуған Асавка ауылында һарыҡсылыҡ, артабан 1995 йылдан башлап быҙауҙар үҫтереү фермаһында, ә инде 2017 йылдан «Агро Профи» йәмғиәтендә быҙау ҡараусы һәм машина менән һыйыр һауыу операторы булып эшләй, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Уның тырышлығы, яуаплылығы, үҙ һөнәренә бирелгәнлеге күптәргә өлгө булып тора.
— Нюра Ғайфулла ҡыҙы 2017 йылдан башлап беҙҙең йәмғиәттә эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен тәжрибәле һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Етәкселек уның эшенән ҡәнәғәт, хеҙмәттәштәре иһә уны хөрмәт итә. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, барыһын да еренә еткереп башҡара. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булыуы – уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтенең танылыуы, — тине «Агро Профи» йәмғиәте директоры Айрат Әҡбәров.
Нюра Ғайфулла ҡыҙының эш көнө иртәнге сәғәт дүрттә башлана. Ул таң һыҙылып атҡанда уҡ, эшкә ашыға. Сәғәт биштә инде ул йәш малдар үҫтереү бүлегендә: хеҙмәттәштәре менән бергә 40 һыйыр һауып, быҙауҙар ҡарай. 120 быҙауҙы ашатып, бүлмәләрен таҙа тоталар. Кисен дә, сәғәт биштән 10-ға тиклем, шул уҡ эштәрҙе башҡаралар.
— Был награда минең өсөн — ҙур мәртәбә. Мин бит ябай ауыл балаһы, атай-әсәйем дә ғүмере буйы фермала эшләне. Шуға күрә миңә был өлкә яҡын, таныш. Хәтерләйем, ете йәштән үк атҡа атланып, һарыҡ көтә инем. Хеҙмәтемде шулай ҙурлап баһалағандары өсөн Радий Фәрит улына, етәкселәремә, хеҙмәттәштәремә оло рәхмәтемде белдерәм, — тине Нюра Ғайфулла ҡыҙы.
Райондашыбыҙҙың тормош юлы – ул ауыл хужалығы хеҙмәткәренең мәртәбәле хеҙмәт юлы. Уның һәр көнө – тыуған ергә тоғролоҡ, үҙең һайлаған эшкә бар күңелең менән бирелгәнлек миҫалы.
Фирғәт Нәбиуллин.