Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 05:15

Батыр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Бөрө районы Ҡуҙы (Кузово) ауылында тыуып үҫкән Эдуард Ҡотлобаев өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән хәрби хеҙмәткә алына. Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташыбыҙ хәрби антҡа тоғро булыуҙың нимә икәнен яҡшы белә. Шуға ла взвод командиры урынбаҫары — мотоуҡсылар батальонының мотоуҡсылар взводы бүлеге командиры ҡыйыулығы менән күптәргә өлгө булып тора.

Батыр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙБатыр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Батыр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Сержант Ҡотлобаевтың автомашинаһы ҡаршы яҡтар өсөн бер тапҡыр ғына ҡамасау булмай. Шулай бер ваҡыт шәхси составты бер урындан икенсе урынға күсереү һәм боеприпастарҙы тейешле ергә алып барып еткереү өсөн юлға сыҡҡанда бер юлы ике дрон Ҡотлобаевтың машинаһына ҡаныға. Эдуард, уяулыҡ күрһәтеп, барыһына ла машинанан сығырға, рельефлы ергә урынлашырға һәм дронға ҡаршы ут асырға бойора. Һөҙөмтәлә Украина ҡораллы көстәренең ике дроны юҡ ителә, ә беҙҙекеләр тәғәйен урынға тулы составта тулы йөк менән юғалтыуһыҙ барып етә. Шулай итеп, үҙенең уяулығы арҡаһында хеҙмәттәштәрен дрон-камикадзенан алып ҡала. Уның был батырлығы Оборона министрлығында телгә алына, Рәсәй телевидениеһынан да күрһәтелә.
2025 йылдың февралендә Эдуард Ҡотлобаев һөжүм итеүсе төркөм составында Донецк Халыҡ Республикаһының бер ауылында дошмандарҙың терәк пунктын штурмлауҙа һәм баҫып алыуҙа ҡатнаша. Рота командирынан хәрби йөкләмә алыу менән үҙенең штурмлаусы төркөмөн башланғыс сиккә ҡуя һәм һөжүмгә әҙерләнә. БПЛА иҫәпләгән разведка мәғлүмәтен алыу менән, хәл-торошто баһалап, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яҡтың төп ут нөктәләрен билдәләп, флангы яғынан һөжүмгә күсә. Уның бойороғо буйынса һөжүм парҙары йәшертен рәүештә граната ташлау арауығына яҡынлаша һәм пулемет нөктәләренә ут аса. Бында ла сержант етеҙлек күрһәтә. Төркөм ҡаршы яҡтың төп көсөн ҡыйратып, терәк пунктта нығына һәм оборонаны ҡулға ала. Украина хәрби көстәре үҙҙәре өсөн мөһим булған терәк пунктты юғалтыуын аңлап, бирелгән позицияларҙы кире ҡайтарыу маҡсатында контратакаға күтәрелә. Эдуард Ҡотлобаев етәкселегендәге төркөм дошмандың көслө миномет уты һәм FPV-дроны яуы аҫтында һөжүмде кире ҡаға. Алыш барышында сержант шәхсән бер нисә FPV- дронды юҡ итә, төп-төҙ яуҙырған уты менән дошман пехотаһын шаҡ ҡатыра.
Шулай итеп, яҡташыбыҙҙың ҡыйыулығы, һалҡын ҡанлылығы, дөрөҫ команда биреүе, төркөмдөң яйға һалынған хәрәкәте арҡаһында дошмандың терәк пункты юғалтыуһыҙ яулап алына. Милләтселәрҙең юғалтылған позицияны кире ҡайтарыу маҡсаты менән планлаштырған контратакаһы өҙөлә.
Сержант Эдуард Ҡотлобаев күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тарафынан “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн”, “Донбасты азат иткән өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, 428-се мотоуҡсылар полкы, Жуков һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән, ә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән уға Генерал Шайморатов миҙалы тапшырылған.
Бөрөлә республика кимәлендәге Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнгән ваҡытта Ҡотлобаевтар ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә лә 20 йыл тулыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Анна Владимировна ике ҡыҙы һәм улы менән ғаилә усағын һүндермәй, батыр яҡташыбыҙҙың иҫән-һау Еңеү менән ҡайтыуын көтә.
Ғәлиә Ғәниева.

Автор:
Читайте нас