

— Ансамбль төҙөү идеяһы мәҙәниәт йорто методисы Ольга Иҡсанованыҡы, — тип һөйләй Людмила Валерьевна. — Әсәйем Татьяна һәм апайым Светлана күп йылдар инде “Нур пеледыш” урындағы вокаль ансамбле ағзалары булып тора. Бер саҡ Ольга Саляевна миңә коллективҡа ҡушылырға тәҡдим яһаны. Бер аҙ ваҡыттан һуң мәҙәниәт йортонда үткән байрам сараһында беҙгә өсәүләп сығыш яһарға идея бирҙе. Яҡшы ғына килеп сыҡты. Беҙгә лә, тамашасыларға ла бик оҡшаны.
Район үҙешмәкәр сәнғәт смотрынан һуң Изиляеваларҙың йыр-моңға һәләтен район Мәҙәниәт йортонда ла күрәләр, конкурста ҡатнашырға саҡыралар.
— “Ғаилә усағы” республика конкурсында ҡатнашырға заявка бирергә мөмкин булыуы тураһында әйткәс тә, беҙ риза булдыҡ, — тип дауам итә Людмила Валерьевна. — Ниңә ҡатнашмаҫҡа? Ҡыҙыҡ бит ул! “За тихой рекою” йырын башҡарҙыҡ. Конкурс сиктәрендә күргәҙмә ойошторолдо, унда ғаилә коллективтары үҙҙәренең традицияларын, милли үҙенсәлектәрен күрһәтте, ижад емештәре менән таныштырҙы. Беҙ мари милли аш-һыуын алып барҙыҡ.
Ансамбль репертуарында төрлө композициялар бар.
— Беҙ рус йырҙарын да, мари йырҙарын да йырлайбыҙ. Илһөйәрлек темаһына иғтибар бирергә тырышабыҙ. Иң мөһиме — мәғәнәле булһын. Әлеге мәлдә был бик кәрәк, — тип һанай Светлана Ивановна.
Йырҙарҙы, ғөмүмән, ул таба. 43 йыл хеҙмәт стажына эйә уҡытыусыны башҡарғандағы ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Педагогик тырышлыҡ һәм яңылыҡҡа ынтылыш һәр эштә яҡшы һөҙөмтә бирә. Өлкән быуын булараҡ, Светлана Ивановна менән Татьяна Шамшитовна үҙенсәлекле башҡарылған йырҙарға өҫтөнлөк бирә.
Йәш ансамблгә төрлө яҡлап ҙур ғаилә ярҙамлаша.
— Коллективҡа исемде бөтә туғандар менән уйланыҡ, — тип йылмая Татьяна Шамшитовна. — Беҙҙең төрлө ерҙәргә барып ҡайтҡанға бигерәк тә ейәндәр һөйөнә, репетицияларыбыҙҙы видеоға, фотоға төшөрәләр. Кейәүем Евгений ныҡ булыша. Ул водитель дә, режиссер ҙа — ҡайҙа нәмәне үҙгәртергә, яҡшыртырға тәҡдим итә, сараларға йөрөтә. Күптән түгел Благовещенск ҡалаһына барҙыҡ, унда “Пеледыш пайрем” мари мәҙәниәте республика фестивале үтте. Шулай уҡ “Родем” вокаль-хореографик ансамбле составында ла сығыш яһаныҡ. Коллективта биш кеше: Лира Ирбулатова, Анна Алимпеева һәм беҙ өсәү. Барлыҡ ҡатнашыусыға ла диплом тапшырҙылар.
“Ижади ғаилә” номинацияһы Изиляевалар триоһына тулыһынса тап килә. Һәр ерҙә: эштә лә, өйҙә лә, яратҡан шөғөлдәрҙә лә ижади ҡараш күҙгә салына.
Татьяна Шамшитовна — ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы.
— Был энә менән бәйләүгә ҡарағанда тиҙерәк тә, матурыраҡ та, еңелерәк тә, — ти ул. — Күңелгә нимә оҡшай — барын да бәйләйем. Йәш саҡта яратҡан шөғөлгә ваҡыт булманы. 34 йыл Камай ауыл Советында хисапсы-кассир булып эшләнем. Һөнәремдең исемдәре үҙгәреп торҙо, белгес тә, эштәр менән идара итеүсе лә булдым, ләкин башҡарған эшем шул килеш ҡалды. Хаҡлы ялға сығыу менән ҡулыма ырғаҡ алып пальто бәйләнем. Хыялым тормошҡа ашты!
Татьяна Шамшитовнаның ҡыҙы ла ҡул эше оҫтаһы, йүнәлеше генә икенсерәк. Ул көндәлек әйберҙәр, өҫкө кейем, сығыш яһау өсөн костюмдар тегә. Был исемлекте артабан да дауам итергә була.
— Был минең яратҡан эшем! — ти Людмила Валерьевна. — Мин Камай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем. Уҡытыу эше айырым иғтибар талап итһә лә, ҡыҙыҡһыныуҙарыма ваҡыт табырға тырышам. Кешегә ниндәйҙер шөғөл оҡшай һәм күңеленә йыуаныс килтерә икән, ул бының өсөн ваҡыт еткерә. Теләк кенә булһын. Бөтә ғаиләбеҙ өсөн тегәм.
Татьяна Шамшитовна һүҙҙәре буйынса, ҡыҙының ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныуы бәләкәйҙән башлана. Өләсәһенең тегеү машинаһында бәләкәй Люда ҡурсағы өсөн күлдәктәр тегә. Шулай итеп, бала саҡ ҡыҙыҡһыныуы рухландырған, күңелгә дәрт өҫтәгән етди шөғөлгә әйләнә.
Изиляеваларҙың ғаилә триоһы вокаль сәнғәтендә үҫешергә планлаштыра, бәлки “Туған тауыштар” тиҙҙән тамашасыларҙы яңы йыр менән һөйөндөрөр.
Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.