Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 04:25

Автобусҡа өлгөргән, тик өйөнә ҡайтып етмәгән...

Тыуған ауылына юлланған йәш ҡыҙҙы дүртенсе көн эҙләйҙәр.

Автобусҡа өлгөргән, тик өйөнә ҡайтып етмәгән...Автобусҡа өлгөргән, тик өйөнә ҡайтып етмәгән...
Автобусҡа өлгөргән, тик өйөнә ҡайтып етмәгән...

25 йәшлек Илсинә Юлыеваның туғандары һәм яҡындары хафаға ҡалған: ҡыҙ 21 июлдән бирле бәйләнешкә сыҡмай. Баймаҡ районынан ҡыҙҙы эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡушылған.

"КП-Өфө" порталына Илсинәнең яҡын әхирәте Гөлсөм хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр Сибай ҡалаһы автовокзалында күргәндәр. Ул автобусҡа ултырып, тыуған ауылы Байышҡа юлланырға тейеш булған. Илсинәнең ата-әсәһе тап ошо ауылда йәшәй.

- Ул Мәскәүҙә эшләй. Сибай аша тыуған яҡтарына ҡайтып бара ине. Ул көндө беҙҙең уртаҡ дуҫыбыҙ Илсинәне автовокзалға алып барған. Сәғәт киске 8-се ярты тирәһендә әхирәтем автобусҡа өлгөрөүе тураһында хәбәр иткән. Шул ваҡыттан бирле бәйләнеш өҙөлгән, өйөнә ҡайтып етмәгән, - тип һөйләгән Сибайҙа йәшәүсе.

Билдәле булыуынса, быға тиклем Илсинә Юлыева оҙаҡҡа юғалғаны булмаған, шуға ла борсоуға ҡалған ҡыҙҙың туғандары полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәү сиратта, әлбиттә, ҡыҙҙың ысынлап та Сибай-Баймаҡ автобусына ултырыуын-ултырмауын асыҡларға кәрәк буласаҡ. Ҡыҙҙың әхирәте фаразлауынса, ул тыуған ауылына ҡайтып китмәүе лә ихтимал.

Илсинә Юлыеваның билдәләре: буйы 154 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре асыҡ көрән төҫтә, күҙҙәре ҡара-йәшел. Юғалған көндә аҡһыл комбинезон һәм аҡ кроссовка кейгән булған.

Фото: ЛизаАлерт.

Источник

Автор:
Читайте нас