

Быйыл дүрт уҡыусы — Эмиль Ғилметдинов, Никита Шакиров, Амелия Мәхмүтова һәм Сабира Шәйбәкова каникулдарын “Артек”та үткәреп, бала саҡтың иң сағыу, иң матур миҙгелдәрен кисерҙе. Улар өсөн “Артек” дуҫлыҡ, ижад, яңы белемдәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар утрауы булды.
Әммә бының менән генә яҡшы хәбәрҙәр тамамланмай әле. Күптән түгел генә тағын өс балаға — Әмирә Ғилметдинова һәм апалы-ҡустылы Әмирә менән Даян Исламовтарға “Артек” үҙенең ишектәрен асты. Был уҡыусыларҙың барыһы ла Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә белем ала. Даян Исламов иһә район үҙәгенең Көньяҡ микрорайонындағы башланғыс мәктәптә уҡый. Улар “Артек”тың һигеҙенсе сменаһында ял итә.
Әлбиттә, “Артек”ка эләгеү — еңел эш түгел. Әлеге бәхеткә ирешеү өсөн уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуы, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүе, спортта ҡаҙаныштары булырға тейеш. Һәләтле балаларҙы барлау, уларға ярҙам итеү, ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр ойоштороу районда күркәм йолаға әйләнде. Был иһә районда һәләтле уҡыусыларҙың йылдан-йыл артыуына, уларҙың үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыуына килтерә.
Әлеге уҡыусылар өсөн “Артек” — бер яҡтан, үҙ көстәрен һынау, яңы дуҫтар табыу, ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге булһа, икенсе яҡтан, Ватаныбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән танышыу, Ҡара диңгеҙҙең гүзәл тәбиғәтенә һоҡланыу. Улар “Артек”тан яңы көс, илһам алып, яңы уҡыу йылына әҙерләнеп ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
Дөйөм алғанда, районда балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә, уларҙың ялын ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойоштороуға ҙур иғтибар бирелә. Киләсәктә лә һәләтле малай һәм ҡыҙҙарҙың “Артек”та һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа ял итегә яҙһын.
Фирғәт Нәбиуллин.