Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 05:15

Ҡабул итеү кампанияһы тамамлана

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы төп корпусында йәнле эш ҡайнай.

Ҡабул итеү кампанияһы тамамланаҠабул итеү кампанияһы тамамлана
Ҡабул итеү кампанияһы тамамлана

Сығарылыш кисәләренән һуң кисәге уҡыусылар, әле генә ҡулдарына диплом алған студенттар, колледж, бакалавриат, магистратура һәм аспирантура йүнәлештәренә документтарын тапшыра. Улар физика һәм математика, социаль-гуманитар, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар, биология һәм химия, педагогика, инженер-технология факультеттарының педагогик һәм педагогик булмаған йүнәлештәрен һайлай.
Юғары уҡыу йортона ҡабул итеүҙә артыҡ үҙгәреш юҡ. Алдағы йылдарҙағы кеүек, абитуриенттар биш юғары уҡыу йортона биш белгеслек буйынса документтарын тапшыра ала. Уларҙы өс юл менән – ҡабул итеү комиссияһына шәхсән, почта һәм “Госуслуги” аша тапшыра ала. Уҡыу йортоноң үҙ имтиханы менән бюджет урынға инергә дәғүә итеүселәр 20 июлгә, Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса 25 июлгә тиклем тапшыра ала, ә документтарҙың төп нөсхәләре 3 авгусҡа тиклем ҡабул ителәсәк. Быйылғы кампанияның яңылығы бар. Абитуриент уҡырға инеү өсөн ризалыҡ бирергә һәм ул ризалыҡ бер уҡыу йортона ғына булырға тейеш.
– Ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә старт алды. Беренсе көндән үк алдағы йылдарҙағы дөйөм белем биреү учреждениеларының сығарылыш уҡыусылары килде. Сөнки Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре биш йыл ғәмәлдә. Шулай уҡ үҙебеҙҙең колледждан һуң юғары уҡыу йортонда уҡыуҙарын дауам итергә теләүселәрҙең булыуы ҡыуандыра. Документ тапшырыусылар араһында Төркмәнстан, Үзбәкстан, Таджикстан кеүек илдәрҙән сит ил граждандары бар, – тине уҡыу йортоноң ҡабул итеү бүлеге етәксеһе Галина Даниловна Сайсанова.
Ғөмүмән, уҡыу йорто быйыл 500-ҙән ашыу бюджет урын тәҡдим итә. Абитуриенттарға уңайлы мөмкинлек тыуҙырыу маҡсатында Асҡын, Иҫке Балтас, Үрге Тәтешле, Борай, Ҡариҙел, Саҡмағош һәм башҡа район үҙәктәрендә күсмә документтар ҡабул итеү ойошторолған.
Бөгөнгә йәмғеһе көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә 1400-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Колледж иһә айырым структура йүнәлеше һанала. 9-сы кластан һуң уҡыуҙарын колледжда дауам итергә теләүселәрҙең һаны кәмемәй. 11-се класс аттестаты менән дә уҡырға инеүселәр бар.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.

 

Автор:
Читайте нас