Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 06:10

98 йәшлек инәйҙең аҡсаһына генератор алмаҡсылар

Бынан һуң да пенсионер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләк белдергән. Әйҙәгеҙ үҙе менән танышайыҡ:

98 йәшлек инәйҙең аҡсаһына генератор алмаҡсылар98 йәшлек инәйҙең аҡсаһына генератор алмаҡсылар
98 йәшлек инәйҙең аҡсаһына генератор алмаҡсылар

Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәгән 98 йәшлек Мөнәзәғә инәй Арыҫланова үҙенең аҡсаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡ алыу өсөн тапшырған.

Мөнәзәғә инәй олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы тоя, яу яланындағы ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам итергә тырыша, ти яҡташтары. Инәй райондағы ирекмәндәр штабы тураһында ишетеп ҡала һәм етәксеһе Резида Әхтәмоваға аҡсаһын тапшыра. Аҡса менән бергә яугирҙәр өсөн кроссовкалар ҙа бирә. Бынан һуң да пенсионер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләк белдергән.

Штабта хәбәр итеүҙәренсә, ҡабул ителгән аҡсаға яңы генератор алырға һәм уны 428-се полкка оҙатырға уйлайҙар. Полк составында Ҡырмыҫҡалы егеттәренең хеҙмәт итеүе билдәле.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте телеграм каналы.  

Автор:
Читайте нас