Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июль 2025, 07:10

52 мең ғариза тапшырылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждарында ҡабул итеү кампанияһы барышы хаҡында һөйләне.

52 мең ғариза тапшырылған52 мең ғариза тапшырылған
52 мең ғариза тапшырылған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждарында ҡабул итеү кампанияһы барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә 52 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Был һан артыр тип көтөлә, сөнки документтар ҡабул итеү 15 авгусҡа тиклем бара.

«Республикала колледждар менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Был иһә талап ителгән һөнәр алыу, яҡшы эш табыу мөмкинлеге. Йәштәрҙең теләге урта һөнәри белем биреү системаһының мөмкинлектәренә тап килһен өсөн күп көс һалабыҙ. Быйыл бюджет урындарын 2 меңгә арттырҙыҡ. Хәҙер 24 299 урын иҫәпләнә, күпселеге – көндөҙгө бүлектә».

   2026 йылда республикала «Профессионалитет» федераль проекты буйынса  27 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыла. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас