

Үткән тәүлектә генә мутлашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан халҡынан 9 миллион һумдан ашыу аҡса урланған, 5 кеше зыян күргән.
Салауатта 49 йәшлек иргә мутлашыусылар яңы автомобилде отошло хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, енәйәтселәр ирҙе, хатта автомобилен күрһәтмәйенсә, 7 миллион һумдан ашыу аҡса күсерергә күндерә.
Бер юлы бер нисә кешегә Һалым хеҙмәте һәм Дәүләт хеҙмәтенең техник ярҙам хеҙмәткәрҙәре булып шылтыраталар. Енәйәтселәр уларға шәхси мәғлүмәттәрҙе урлау тураһында белдерә һәм аҡсаны ваҡытлыса «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, зыян күреүселәр мутлашыусыларға 1,4 миллион һум аҡса күсерә.
Тағы бер осраҡ Стәрлетамаҡта йәшәүсе 38 йәшлек ир менән була. Мессенджер аша ир менән криптобиржаның «хеҙмәткәрҙәре» бәйләнешкә инә һәм «тиҙлек йыйыусы цифрлы валюта»ға инвестициялар һалырға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, ир мутлашыусылар ҡулына 500 мең һум самаһы аҡса бирә.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыусыларға иғтибарлы булығыҙ.
Һеҙгә шылтыратҡан һәр кемгә ышанмағыҙ, бигерәк тә таныш булмаған кешеләргә аҡса бирмәгеҙ һәм күсермәгеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Вадим Сәҙретдинов, БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре.