Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Июль 2025, 04:40

“Доға ярҙам итмәй” тимәгеҙ

Уны нисек уҡыу, иртәнге доға хаҡында - сайтта.    

“Доға ярҙам итмәй” тимәгеҙ“Доға ярҙам итмәй” тимәгеҙ
“Доға ярҙам итмәй” тимәгеҙ

“Оҙаҡ уйға бирелеүемдең аҙағы гел насар тамамлана: кәйефем төшә, ҡулыма эш бармай башлай, донъя бөтөнләй ҡараңғыланғандай тойола. Бындай күңел торошонан көндәлек мәшәҡәттәр араһында саҡ ҡотолам. Доға ла уҡып ҡарағаным бар – ярҙам итмәй”, – тип яҙа Йәмилә исемле ҡәрҙәшебеҙ.

Насар уй – күңел торошонан. Ә йәнде тәү сиратта изге ғәмәлдәр, хәләл хеҙмәт дауалай. Аллаһтың булышлығына өмөт итеү зарур. "Доғалар ярҙам итмәй” тиеү дөрөҫ түгел. Ғәмәлдең нисек башҡарылыуы мөһим, шулай уҡ ваҡыт тигән төшөнсәне лә оноторға ярамай. Доға – теләк. Уның ихлас күңелдән, изге ниәттә уҡылыуы зарур. Даимилыҡ та мөһим. Йәмилә ҡәрҙәшебеҙҙең “доға уҡып ҡарағаным бар” тигән һүҙҙәрендә иһә ихласлыҡ түгел, ә тиҙ арала һөҙөмтә көтөү тойолғандай. Шулай ҙа тәүге аҙымын яһаған икән, доғалар бәрәкәтендә, иншаллаһ, барыһы ла яҡшы булыр.

Иртәнсәк уянғас уҡыла торған доғаны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ:

 "Лә иләһә иллә-Ллаһү үәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмд, үә һүә ғәлә күлли шәйьин ҡадир. Сүбхәнә-Ллаһи үәл-хәмдү ли-Лләһи үә лә иләһә иллә-Ллаһү үә-Ллаһү әкбәр. Үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә би-Лләһил-ғәлиййил-ғәҙыим. Рабби-ғфир ли".

Тәржемәһе: "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Ул - берәү, Уға тиңдәш юҡ! Батшалыҡ - Уныҡы, маҡтауҙар - Уға, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Аллаһҡа дан, Аллаһҡа маҡтау, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Аллаһ иң бөйөгө! Бөтә көс һәм ҡеүәт тик Аллаһта, Ул - Юғары, Олуғ! Раббым, мине ғәфү ит!"

Көнөбөҙ имен үтһен!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Источник

Автор:
Читайте нас