Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Июль 2025, 03:20

Пенсионер мошенниктарға 1 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Телефон аша СМС-тан кодтарҙы хәбәр  итмәгеҙ

Пенсионер мошенниктарға 1 миллион һумдан ашыу аҡса биргәнПенсионер мошенниктарға 1 миллион һумдан ашыу аҡса биргән
Пенсионер мошенниктарға 1 миллион һумдан ашыу аҡса биргән

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 73 йәшлек ҡатын шәхси аҡсаһының 1 миллион һумдан ашыуын мутлашыусыларға биргән, тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәтенән.

Пенсионерға тәүҙә домофонды алмаштырыу тураһында шылтыраталар, һуңынан, имеш, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан. Мутлашыусыларҙан йыйған аҡсаһын ҡотҡарырға тырышып, ҡатын мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә.

Эске эштәр министрлығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә:

-Телефон аша СМС-тан кодтарҙы хәбәр  итмәгеҙ.

 - Әгәр ҙә һеҙ дәүләт хеҙмәттәренә инеү мөмкинлеген юғалтһағыҙ, ҡурҡмағыҙ. Уны тергеҙергә мөмкин, әммә мошенниктарға ебәрелгән аҡсаны кире ҡайтарыу күпкә ауырыраҡ буласаҡ.

Сығанаҡ: Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте

Источник

Автор:
Читайте нас