Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында йәшәүсе Менәүәрә апай Ишҡарина ла йәйҙең муллығынан файҙаланып ҡалырға тырыша:
- Бөгөн һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ?! Үлән ҡушылғандары ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла, ҡараһы ла етерлек. Һәр кемгә күңеленә хуш килгән сәйҙе һатып алыу мөмкинлеге бар. Ләкин үҙ ҡулдарың менән йыйып, киптереп яһаған сәйгә етмәйҙер, моғайын.
Юҡҡа ғына йәйҙең бер көнө – йылды туйҙыра, тип әйтмәйҙәр бит. Йыл һайын емеш-еләктәр йыйыу менән бер рәттән ҡышҡылыҡҡа үлән сәйҙәре әҙерләргә тырышам. Ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын айырым киптерәм. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, йүкә сәскәләрен бергә ҡушып сәйҙәр яһайым. Иң тәүҙә, йыйған үләндәремде өҫтөн яулыҡ менән ҡаплап, матур ғына итеп йәйеп киптерәм. Тиҙ кибә ул. Ни эшләптер ғүмерҙә банкаларға тултырғаным юҡ, ситсанан тоҡсайҙар теккәнмен, шунда һаҡлайым.
Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йәй көнө йыйып киптергән шифалы үләндәрҙән хуш еҫле сәй эсеүҙәре шул тиклем тәмле бит ул!
Сығанаҡ: "Даирә"