Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Июль 2025, 09:15

Йондоҙнамә (14 –20 июль)

Сайтта ҡарағыҙ: 

Йондоҙнамә (14 –20 июль)Йондоҙнамә (14 –20 июль)
Йондоҙнамә (14 –20 июль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ҡапыл ҡаршылыҡтар күбәйеп китер һымаҡ. Алға китеп булмаҫ, моғайын. Шишәмбенән һуң хатта артҡа сигенергә лә тура килер. Элек башҡарған эшкә яңынан ҡайтырға мәжбүр булырһығыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Был етди хаталарға килтереүе лә мөмкин. Бәғзеләр менән араларҙы боҙоу ҡурҡынысы бар. Йондоҙҙар был арала иңегеҙгә күпте алырға кәңәш итмәй.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна башы ауырыраҡ килергә оҡшай. Бер юлы бер-нисә эш менән булышырға, күпте иҫтә тоторға тура килер. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетеүегеҙ бар. Бәғзеләрҙә ҡапыл ғишыҡ уты тоҡанып китеүе лә бар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Мөһим эштәр менән булырға бер ҙә форсат булмаҫ һымаҡ. Яҡындағылар юҡ-бар менән бимазалап торор, моғайын. Шаршамбынан һуң ғына ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Күрһәткән әүҙемлек файҙаға буласаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)

Ҡайһы бер ваҡиғалар бигерәк тә яй барған һымаҡ тойоллор. Йондоҙҙар уларҙы ашыҡтырырға ҡушмай – барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Кесе йомала кемдер бик мөһим мәсьәләне ыңғай хәл итә алыр, моғайын.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аҙна башынан уҡ уйламаған хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Ҡайһы бер эштәрҙе, осрашыуҙы кисектереп торорға ла мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Шаршамбыла етди бәхәстәр булыр кеүек. Шулай ҙа ҙур ҡыйынлыҡтар кисермәҫһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Уңыштарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр булыр булыуын. Ләкин был һеҙҙән күп көс, ваҡыт талап итер кеүек. Борсолоу, икеләнеүҙәрһеҙ ҙә булмаҫтыр. Ситтән бер ниндәй ҙә ярҙамға өмөт итмәгеҙ. Ул һуңлап ҡына килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр күп булыр, моғайын. Уларҙан әллә ни файҙа күрмәҫһегеҙ ҙә һымаҡ. Шаршамбы көнө бөтөнләй уйламаған эш менән шөғөлләнергә тура килеүе ихтимал. Элекке тәжрибә лә кәрәк булыр, яҡындар ҙа ярҙам итер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Яҡшы һәм өмөтлө осор. Элек тотонорға ла баҙнат итмәгән ниндәйҙер ҡатмарлы эште лә ҡуҙғата алырһығыҙ, моғайын. Күптән алған тәжрибә лә урынлы булыр, бәлки. Кесе йомала мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Ҡаршылыҡтар ҙа күп булыр, уңыштарға өлгәшеү өсөн ең һыҙғанып эш итергә тура килер. Элекке хаталарҙы төҙәтеү өсөн дә уңайлы мәл. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт булырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ кеүек. Теләһә кемде лә фекерҙәш итә алырһығыҙ. Был эш мәсьәләләрен хәл итергә булышлыҡ итеп торор. Шаршамбынан һуң үҙегеҙҙе тағы ла ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һеҙҙең тирәләге үҙгәреүсән хәлдәр етеҙ эш итергә мәжбүр итер. Алдан төҙөгән пландарҙы йыш үҙгәртергә тура килер. Шишәмбенән һуң алдығыҙҙа ҙур һәм етди мәсьәлә килеп сығыуы ихтимал. Был арала иғтибар үҙәгендә лә булырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Йондоҙнамә (14 –20 июль)

Автор:
Читайте нас