

Мунсаға барғандан һуң Асҡын районында йәшәгән ҡатындың арҡаһы, күкрәге һәм янбашы янған. Ауыртыу шул тиклем көслө була, шуға күрә ул 7 июлдә урындағы дауаханаға мөрәжәғәт итә.
Табиптар уны ашығыс рәүештә дауаханаға һалырға ҡарар итә. Бешеү буйынса белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң иһә, пациентты артабан дауалау өсөн вертолет менән баш ҡаланың бешеү үҙәгенә оҙаталар. Был турала Асҡын район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов хәбәр итте.
Хәҙер зыян күргән ҡатын-ҡыҙға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтелә.
Фото: Вадим Ғәләүетдиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.