Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Июль 2025, 13:00

Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?

Һәр дарыу үләненең йыйыу ваҡыты бар. Тап ошо осорҙа улар файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплай. Июль айында ошондай үләндәрҙе йыйырға кәрәк.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ:

Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?
Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға?

✅Аҡ сәскә (ромашка). Тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, тирҙе ҡыуҙыра,дезинфекциялай, тамаҡ ауыртҡандан ярҙам итә.

✅Меңъяпраҡ. Матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡанды таҙарта.

✅Һары мәтрүшкә. Һалҡын тейгәндән файҙалы, микробтарға ҡаршы көрәшә, күҙ күремен яҡшырта.

✅Алтынбаш (Золототысячник). Ауыртыуҙарҙы баҫа, ҡан китеүҙе туҡтата, эс кибеүҙән ҡотҡара.

✅Календула. Стоматит, гепатит, ангина, пародонтоз, холицистит, невроздан ярҙам итә.

✅Ҡурай еләге. Тән температураһын төшөрә, депрессия, невроз, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Токсикоздан ярҙам итә. Ҡан тамырҙарын нығыта, барлыҡ ағзаларҙы көйләй. Аппетитты аса, эсәктәрҙе таҙарта.

✅Әрем. Ҡаҡырыҡты,паразиттарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын көйләй, майҙарҙы яндыра, ябығырға ярҙам итә.

✅ Һуҡыр кесерткән. Ҡан баҫымын төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы. Нервы системаһын нығыта, эшсәнлекте арттыра.

✅Меңъяпраҡ. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, үт ҡыуҙырыу ағзаларына файҙалы 

✅Өс төрлө миләүшә. Шешеүҙәрҙе бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын көйләй. ✅Ҡандала үләне. Һулыш юлдарына файҙалы, ауыртыуҙы баҫа, яраларҙы төҙәтә, йүткереү, бронхит, грипп ваҡытында ҡулланыла.

✅ Кесерткән. Витаминдарға бай. Ҡан китеүҙе туҡтата, гипо һәм авитаминозды, атеросклерозды дауалау һәм профилактика сараһы булараҡ ҡулланыла, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас