Кисә, 11 июлдә, Башҡортостанда биш кеше һыу ятҡылыҡтарында һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
"Ял көндәренең ысынлап та йәйгесә эҫе булыуы ҡыуандыра, әммә тап ошондай ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта, — тип аңлатма бирҙе ведомство етәксеһе Кирилл Первов. – Бының сәбәбе – алкоголь, ҡырағай пляждар, үҙ көсөн дөрөҫ баһаламау”.
52 йәшлек Белорет кешеһе дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр эсеп ял иткән. Ул бәхәсләшеп, ҡала быуаһын аша йөҙөп сығырға була, әммә ярға барып етмәй.
Бөрөлә йәшәгән 65 йәшлек ир ғаиләһе менән Подворный күлендә ял иткән. Понтон күперенән һикереп төшә һәм кире сыҡмай...
Борай районында Ағиҙел йылғаһында 40 йәшлек ир һәм уның 13 йәшлек туғаны батып үлгән. Улар ҡунаҡҡа килә һәм ҡырағай пляжда ял итә. Шаһиттың ҡысҡырыуын ишетеп, кешеләр ярҙамға йүгерә, әммә улар батҡан була.
Дәүләкән районында йәшәгән 26 йәшлек ир һыу инеү тыйылған урында йөҙөп, быуала батып үлгән.
Көндәр әле лә эҫе торасаҡ. Тимәк, йылғала ял итеүселәр артасаҡ. Һыуҙың сираттағы ҡорбаны булмағыҙ!
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.