Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 12:40

Йөрəк ҡушыуы буйынса

Наталья Гурбина Лука Крымский миҙалы менəн бүлəклəнде

Йөрəк ҡушыуы буйынса
Йөрəк ҡушыуы буйынса

Өфөлə Медицина хеҙмəткəре көнө уңайынан һаулыҡ һаҡлау өлкəһендə эшлəгəн ике йөҙгə яҡын кешене тəбриклəнелəр. Бүлəклəнеүселəр араһында һөнəри оҫталығы, экстремаль шарттарҙа медицина ярҙамы күрһəткəне өсөн Ҡариҙел үҙəк район дауаханаһы лаборанты Наталья Гурбина Лука Крымский миҙалы менəн бүлəклəнде.

Наталья Гурбина Байҡы ауылында тыуып-үҫкəн. Ғүмерен бəлəкəйҙəн медицина менəн бəйлəргə уйлай. Кешелəргə ярҙам итергə, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға хыяллана ул. Тырыш ҡыҙ 9-сы класты тамамлағандан һуң, Бөрө медицина училищеһына уҡырға инə. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, дөрөҫ һөнəр һайлағанлығына ышана. Наталья Сергеевна 10 йылдан артыҡ шəфҡəт туташы булып эшлəй, ə 2003 йылда белемен камиллаштырып, 22 йыл лаборант булып хеҙмəт һала.

 — Мин үҙ һөнəремде бик яратам. Беҙҙең коллектив татыу һəм берҙəм. Беҙ бергə — бер команда. Бүлек етəксебеҙ ҙə яҡшы кеше, тəжрибəле остаз Светлана Михайловна Сайидова, — тип һөйлəй Наталья Сергеевна. — Беҙ, лаборанттар, күренмəй торған фронт эшселəре, лəкин беҙҙəн башҡа эш бармай. Иң яҡшы табипҡа ла пациенттың һаулыҡ торошон белеү өсөн анализ һөҙөмтəлəре кəрəк, шуға ла дауалау юлын табыу, иртə стадияла сирҙе белеү, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн лаборатория ярҙамға килə. Шулай юғары категориялы белгес ваҡытында һəм сифатлы итеп тикшереүҙəр үткəрə, үҙенең яҡташтары һаулығы өсөн тырышлыҡ һала. Уны иғтибарлы, тəжрибəле булғаны, кешелəргə ихтирамлы ҡарашы өсөн яраталар һəм хөрмəт итəлəр. Изге күңелле ул, кешелəрҙе тыңлай белə. Үҙ эшен ысын күңелдəн ярата. Наталья Гурбина тураһында медик булып тыуған, тип əйтергə мөмкин: асыҡ йөҙлө, аҙ һүҙле, яҡшы күңелле. Медицина уның өсөн — йəшəү рəүеше. Кешелəргə ауыр минуттарҙа ярҙам итеү — уның булмышы. Луганск һəм Донецк республикалары халҡына һəм яугирҙарға ла ул ярҙам итергə хеҙмəттəштəре менəн йөрəк ҡушыуы буйынса барҙы. 2023 йылдың ғинуарында, тəүге тапҡыр Украинаға барғанда ла, махсус хəрби операция билəмəһендə уның мобилизация буйынса ебəрелгəн ҡустыһы хеҙмəт итə ине. Ата-əсəһенə, ҡыҙына ла ул барырға бер нисə көн ҡала ғына əйтə. — Унда башҡа төрлө мөхит, белгестəр етмəй. Беҙ үҙебеҙҙең бурысты яҡшы итеп үтəргə тырыштыҡ. Урындағы халыҡ беҙҙе көтөп торҙо, күҙ йəштəре менəн ҡаршыланы, рəхмəт əйтте. Үҙебеҙгə лə ярҙам күрһəтергə ауылдарға сығырға тура килде, бер нисə саҡрым юл үтеп, балаларын дауаларға, медицина тикшереүе үтергə кешелəр үҙҙəре лə килде, — ти Наталья Гурбина. — Наталья Сергеевна икенсе өс айлыҡ вахтаһын — мартта, өсөнсөһөн ноябрҙə үтə. Һəр командировканан донъяға ҡарашы үҙгəреп ҡайта. Үҙ аяғыңда йөрөгəндə, иркен һулыш алғанда, күҙҙəрең күргəндə шатланып ҡына йəшəргə кəрəк, ти ул. Донбасҡа ул медицина хеҙмəткəре булараҡ ҡына түгел, ə Тыуған иленең, һөнəренең патриоты булып, кешелəргə ярҙам итеү телəге менəн бара. Наталья Гурбинаның һөнəри оҫталығы, изге күңеллелеге, кешелеклелеге лайыҡлы баһалана — ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менəн бүлəклəнə, “Хəрби хəрəкəттəр ветераны” танытмаһы тапшырылған. Күптəн түгел ошо наградаларға Лука Крымский миҙалы ла өҫтəлде.

Зөлфирə СƏФƏРОВА.

Автор:
Читайте нас