Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 12:35

Тарих биттəре аша:

Район башҡорттары ҡоролтайы — милли берҙəмлек маяғы.

Балтас районы башҡорттары тарихында 2002 йыл айырым урын алып тора. Был осорҙа милли үҙ-аң уяныу, халыҡты берлəштереү ынтылышы көсəйə. II Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан районда  йошторолған ваҡиғалар — был юҫыҡта яһалған тəүге аҙымдарҙың береһе. Урындағы етəкселəр, мəҙəниəт һəм фəн эшмəкəрҙəре ҡатнашлығында уҙған кесе ҡоролтай районда милли хəрəкəткə яңы һулыш өрə, үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ һала. Был ваҡиғанан һуң йылдар дауамында ҡоролтай тарафынан төрлө саралар үткəрелə, улар барыһы ла халыҡты берлəштереүгə, милли мəҙəниəтте һаҡлауға һəм үҫтереүгə йүнəлтелə.

2002 йылдың мартында район башҡорттарының кесе ҡоролтайы үтə. Унда район хакимиəте башлығы Айрат Мəғзүмов, уның урынбаҫары Фирҙəүес Рəхимов, башҡарма комитет рəйесе урынбаҫары Рима Камаева, район мəғариф бүлеге начальнигы Олия Саяпова, күренекле башҡорт шағиры Ҡəҙим Аралбаев, филология фəндəре докторы Фəнүзə Нəҙершина, Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфирə Фəрхетдинова, Иҫке Балтас 1-се урта мəктəбе директоры Яхъя Мөниров сығыш яһай. Сара барышында резолюция ҡабул ителə, башҡарма комитет һайлана. Уның рəйесе итеп район хакимиəте башлығы урынбаҫары Илдус Мостафин билдəлəнə. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар иғтибарына райондың һəүəҫкəр артистары һəм йырсы Зөлфирə Фəрхетдинова ҙур концерт тəҡдим итə. 2002 йылдың 14 июнендə Өфөлə үткəн II Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихи ваҡиғаға əүерелə. Рəсəйҙең төрлө яҡтарынан һəм донъяның төрлө илдəренəн форумда 708 делегат ҡатнаша. Башҡортостанда йəшəүсе күп миллəтле халыҡтарҙың мəҙəниəтен, сəнғəтен үҫтереү, уларҙың рухи ихтыяждарын ҡəнəғəтлəндереү йəһəтенəн башҡарылған эштəр тураһында, башҡа өлкəлəрҙə йəшəгəн башҡорттарҙың проблемаларын хəл итеү хаҡында һүҙ бара йыйында. Был мөһим сарала Балтас районынан газ сəнəғəте отличнигы, 2001 йылда фəн өлкəһендə “Газпром” асыҡ акционерҙар йəмғиəте премияһы лауреаты М. Əсəҙуллин, филология фəндəре докторы Фəнүзə Нəҙершина, Башҡортостандың атҡаҙанған һəм халыҡ артисы Зөлфирə Фəрхетдинова, Башҡортостан Республикаһының Дəүлəт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, район Советы рəйесе Айрат Мəғзүмов, район башҡорттары ҡоролтайы рəйесе Илдус Мостафин, уның урынбаҫары Рима Камаева, Юғары Ҡарыш урта мəктəбе уҡытыусыһы Асия Хəжимуллина ҡатнаша. Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында районда бихисап саралар үткəрелə. Юғары Ҡарыш мəҙрəсə-мəктəбенең 250 йыллығы, ғалимдар Əхнəф Харисов, Əбүбəкер Усмановтың тормош һəм ижад юлына бағышланған фəннипрактик конференциялар, телсеғалим, фольклорсы, профессор Əхнəф Харисовтың музейын асыу, Тушҡыр ауылында Шəжəрə байрамын Райүткəреү, төрлө райондарҙан килен булып килгəн ҡатын-ҡыҙҙар йыйыны, күренекле шағир Салауат Əлибаев һəм башҡалар менəн осрашыуҙар ҙур ойошҡанлыҡ менəн уҙа. Уҡыусылар йыл һайын республика конкурстарында еңеү яулай. Мəҙəниəт өлкəһендə лə уңыштар күп була. 2002 йылда Юғары Ҡарыш ауылында “Ил улы — Батырша, ер улы — Батырша, ул йəшəй һəм йəшəр мəңгегə” тип аталған фəнни-ғəмəли конференция үтə. Унда мəртəбəле ҡунаҡтар ҡатнаша. Шул саҡта Ғабдулла Ғəлиев — Батыршаның йорт-музейына нигеҙ ташы һалына. 2005 йылдан алып 2020 йылға тиклем район башҡорттары ҡоролтайын Фирҙəүес Рəхимов етəклəй. Был йылдарҙа ҡоролтай район тормошонда ҙур роль уйнай. Милли байрамдар, мəҙəни саралар, туған телде һаҡлау һəм үҫтереү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. 2021 йылда район башҡорттары ҡоролтайы рəйесе итеп Гөлфиə Шəисламова һайлана. Балтас районында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдəре тураһында” закон талаптарын үтəп, туған телдең абруйын күтəреүгə, дəүлəт телдəрен өйрəнеүгə, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелə. Райондың барлыҡ мəктəптəрендə лə башҡорт теле дəүлəт теле булараҡ уҡытыла. Балалар баҡсаларында туған тел мөйөштəре йыһазландырылды. Район мəғариф бүлеге һəм уның етəксеһе Гөлнара Шəймөхəмəтова был өлкəлə ҙур тырышлыҡ һала. Гөлнара Зиннəтнур ҡыҙы инициативаһы менəн Иҫке Балтастағы “Ҡояшҡай” һəм Илекəй ауылындағы “Чебурашка” балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрəнеү төркөмдəре уңышлы эшлəй башланы. 2019 йылда республикала Мəғариф һəм фəн министрлығы мəктəптəрҙең туған тел кабинеттарын мультимедиа комплексы менəн йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Балтас районында өс мəктəп бындай ярҙам алды.

Район мəктəптəрендə 18 уҡытыусы башҡорт телен уҡыта. Уларҙың 11-е — юғары, дүртеһе беренсе категорияға эйə. Башҡорт теле буйынса олимпиаданың муниципаль этабы еңеүселəренең күбеһе республика олимпиадаһында призер булды. “Урал батыр” эпосын яттан һөйлəү буйынса район конкурсында Иҫке Тимкə мəктəбенең ижади төркөмө беренсе урын яуланы. Ағиҙел ҡалаһында үткəн бəйгелə район данын яҡлаған Фəриҙə Миңлеғəлиева төбəк этабында ла беренсе урынға лайыҡ булды. 2023 йылдың апрелендə районда яҡташыбыҙ, яҙыусы, филология фəндəре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендəге республика премияһы лауреаты Əхнəф Харисовҡа бағышланған “Харисов уҡыуҙары” республика конференцияһы үтте. Унда төрлө райондарҙан килгəн алдынғы ҡарашлы етəкселəр, ижади рухлы уҡытыусылар, əүҙем уҡыусылар ҡатнашты. Ə 2024 йылда Əхнəф Харисовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға һəм “Урал батыр мəктəбе” проектын тормошҡа ашырыуға бағышланған саралар үтте. Унда районда балалар ҡоролтайы ойошторолдо һəм уның рəйесе итеп Иҫке Балтас 1-се урта мəктəбенең 10- сы класс уҡыусыһы Камил Йыһангиров һайланды. Шулай уҡ 2023 йылдың ноябрендə Юғары Ҡарыш урта мəктəбендə XIX асыҡ Əхмəров уҡыуҙары һəм “Хəтерҙең алтын биттəре” VI тыуған яҡты өйрəнеү конкурсы үтте. Был сара танылған йəмəғəт эшмəкəре, РСФСР халыҡ мəғарифы отличнигы, Башҡортостандың маҡтаулы тыуған яҡ тарихын өйрəнеүсеһе, мəғрифəтсе, педагог-методист һəм Өфө ҡалаһының тыуған яҡты өйрəнеүселəр йəмғиəтенең ойоштороусыһы булған Флүрə Əхмəрованың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышланды. Унда уҡытыусылар һəм уҡыусылар үҙҙəренең ғилми-тикшеренеү һəм ижади эштəре менəн сығыш яһаны. Уҡыусылар əленəн-əле республика конкурстарында ҡатнашып, призер була. 2023 йылдың мартында “Йəш килен” республика этно-конкурсы үтте. Унда 10 райондан һəм Ырымбур өлкəһенəн 11 вəкил ҡатнашты. Тағы ла районыбыҙҙа үткəн сағыу байрамдарҙың береһе — V “Табынфест” төбəк-ара Табын ырыуҙары йəштəре фестивале. Бында Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тəтешле, Əбйəлил, Асҡын, Дəүлəкəн, Салауат, Балтас райондары, шулай уҡ Ырымбур һəм Силəбе өлкəлəре йəштəре “Табын һылыуҡайы”, “Табын батыры” бəйгелəрендə көс һынашты. Билдəле мəғрифəтсе, идеолог һəм 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын ойоштороусы Ғабдулла Ғəлиевтың иҫтəлегенə бағышланған “Батырша ауазы” республика этнофестивале ҙур ойошҡанлыҡ менəн уҙҙы. Балтастар башҡа райондарҙа үткəн сараларҙа ла əүҙем ҡатнаша. Асҡын районында Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткəн Йəштəр йылы сиктəрендə “Рух майҙаны” күсмə комплекслы сараһы уҙҙы. Унда башҡорт телен һаҡлау һəм үҫтереү ойошмаһы башҡорт мəҙəниəтенə бағышланған квиз-уйын ойошторҙо. Уның һөҙөмтəлəре буйынса Балтас районы командаһы үҙҙəрен белемле һəм өлгөр итеп күрһəтеп, Рəхмəт хаты менəн бүлəклəнде. Артабан стратегик сессия барышында көнүҙəк мəсьəлəлəр — эшҡыуарлыҡ, мəҙəниəт һəм спорт өлкəһендəге проблемалар ҡаралды, йəштəрҙе айырыуса борсоған мəсьəлəлəр күтəрелде, уларҙы хəл итеү юлдары билдəлəнде. Шулай уҡ Асҡын районында “Башҡорт йолалары вариҫтары” II республика халыҡ ижады фестивале үтте. Халыҡ йолаларын, ғөрөфғəҙəттəрен тергеҙеү һəм үҫтереү маҡсатында ойошторолған сараға Асҡын, Мишкə, Салауат, Ҡариҙел, Балтас, Тəтешле, Дыуан, Ҡыйғы, Мəсетле райондарынан, шулай уҡ Ҡурған өлкəһенең Сафакүл районынан фольклор коллективтары бергə йыйылды. Йырлы-бейеүле “Уйын” бəйгеһендə Гөлназ Ғəллəмова етəклəгəн “Малан” фольклор ансамбле “Шар һуғыу” уйынын уйнап күрһəтеп, 3-сө урын яуланы һəм һигеҙ мең һумлыҡ сертификат менəн бүлəклəнде. “Баһадир” конкурсында балтастар 1-се урынға лайыҡ булды һəм 20 мең һумлыҡ сертификатҡа эйə булды. 2024 йылдың майында район башҡорттары ҡоролтайының киңəйтелгəн ултырышы үтте. Көн тəртибе буйынса ҡоролтайҙың башҡарма комитетына өҫтəмə ағзалар һайланды, районда мəҙəни мираҫты тергеҙеү, башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау һəм пропагандалау эшендə əүҙем ҡатнашыусыларға Рəхмəт хаттары тапшырылды. Артабан барлыҡ тəҡдимдəр һəм өҫтəмəлəр ҙə иҫəпкə алынып, резолюция ҡабул ителде. 2025 йылдың апрелендə Нефтекама ҡалаһында Бөтə донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткəн Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктəрендə “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы һəм квиз-уйыны үтте. Май айында районыбыҙҙа “Урал батыр” эпосын яттан һөйлəүселəрҙең XXVII төбəк-ара конкурсының төбəк этабы үтте. Унда Тəтешле, Яңауыл, Краснокама, Илеш, Борай, Дүртөйлө, Мишкə, Ҡалтасы, Балтас райондарынан һəм Нефтекама ҡалаһынан килгəн йəш сəсəндəр сығыш яһаны. Балтастар йыл һайын “Айыҡ ауыл” республика конкурсында əүҙем ҡатнаша. Быйыл ошо мəртəбəле бəйгелə районыбыҙ данын яҡлаған Мағашлы-Алмантай ауылы ҡатнашыусы дипломына һəм 200 мең һумлыҡ сертификатҡа эйə булды. Район башҡорттары ҡоролтайының һəр ағзаһы башҡорт телен, тарихын, мəҙəниəтен, милли спорт төрҙəрен үҫтереүгə ҙур өлөш индерə. Улар районда үткəн сараларҙың уртаһында “ҡайнай”.

Фирғəт НƏБИУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас