Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 12:00

"Шах" менән разведкаға барырға мөмкин

Дошманды илегебеҙ сигенә яҡын ебәрмәҫкә тигән уйҙан контрактҡа ҡул ҡуйҙым.

"Шах" менән разведкаға барырға мөмкин
"Шах" менән разведкаға барырға мөмкин

Балаҡатай районында саҡта хәрби кеше менән күрештек. Ул әрме хеҙмәтен үткән, улай ғына ла түгел, махсус хәрби операция биләмәһендә булған. Старшина "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" һәм бүтән миҙалдар менән бүләкләнгән Ринат ШӘЙХИСЛАМОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Ринат Сибәғәт улы, һөйләшеүҙе традицион һорауҙан башлағы килә. Башта үҙегеҙ менән танышытырып үтегеҙ әле.

– Яңыбай – тыуған ауылым, ошонда тәпәй баҫтым, буй еткерҙем, ә инде әҙме-күпме ҡанат нығытҡас, ситкә сығып киттем. Тәбиғәте шул тиклем хозур уның, беҙҙән йыраҡ түгел, мул һыулы Эйек йылғаһы аға, урманы ла бар, яланға ла бай тигәндәй. Ауылым райондың уртаһында тиерлек урынлашҡан, шуға күрә лә туғандарға һәм таныш-белештәргә барып килеү өсөн ныҡ уңайлы. Район үҙәге Яңы Балаҡатай ҙа йыраҡ түгел, ни тиһәң дә, бәләкәсме ул, ҙурмы, йомош төшөп тора, "һә тигәнсә" барып етергә һәм унан урап ҡайтырға мөмкин. Тағы ла беҙгә Мәсетле һәм Ҡыйғы райондары яҡын ята.

– Үҙем Бәләбәй ҡалаһында биш йыл йәшәп алғас, ошо исемде ишетһәм, ҡолағым "ҡарп" итеп ҡала һәм ул кешенән был турала төпсөшөргә тотонам. Ул тарафтарға ниндәй елдәр ташланы?

– Ауыл хужалығы тармағы өсөн төплө белгестәр әҙерләүсе училищеның республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайышында барлығын ишетеп, шунда ашыҡтым. Ысынлап та, Бәләбәй ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм механизациялау училищеһы (хәҙер – колледж) тап ошо ҡалала ғына бар ине. Балаҡатай ҡайҙа ята ла, Бәләбәй ҡайҙа урынлашҡан? Юл йөрөү михнәттәре, ҡайһы бер мәшәҡәттәр, ыҙа сигеүҙәре, әлбиттә, онотолдо. Дипломлы белгес булып сыҡтыҡ. Шатлығы ни тора?! Алға китеп шуны еткерәм, билдәле сәбәптәр арҡаһында агросәнәғәт комплексында эшләргә тура килмәне, уның ҡарауы, донъя көткәндә ул һәр саҡ ярҙам итте.

Ҙур булмаған ҡаланы тәү күреүҙән оҡшаттым, кешеләре ихлас һәм алсаҡ. Ул билдәле шағирә Марина Цветаеваның эҙҙәрен һаҡлай, етмәһә, нәҡ был уҡыу йортонда күренекле әҙип Динис Бүләковтың белем эстәүен белеп, ныҡ ғорурландым.

– Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, армия йылдарын йыш иҫкә алам. Һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?

–  Армияла хеҙмәт иткәндәр – тормошто, студент булғандар йәшлекте күргән тип тиккә әйтмәйҙәр. Быларҙың икеһен дә татырға тура килде. Беларусь Республикаһында учебкала булдым йәки йәш яугирҙәр курсын Минск ҡалаһында үттем. Алты айҙан һуң беҙҙе көнбайыштан көнсығышҡа "ташланылар". Минск менән Иркутск ҡалаларын үҙ-ара сағыштырып ҡараһаң, айырма ер менән күккә тиң булмаһа ла, ул ныҡ ҡына һиҙелә ине. Белоруссияла йыл әйләнәһенә тиерлек йылы көндәр тантана итһә, Иркутск өлкәһе сатлама һыуыҡтары менән шаҡ ҡатыра ине. Хәйер, Балаҡатайҙа ла һауа торошо бик уңай түгел – ҡыш оҙон, ә йәй киреһенсә ҡыҫҡа тигәндәй. Ғөмүмән, һалдат ҡайышын тағыуыма ныҡ шатмын, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә эләгеүемә сикһеҙ ғорурланам.

– Һалдаттың артабанғы яҙмышы ниндәй йүнәлеш алған?

– Өфө юридик институтында юғары белемгә эйә булдым, баш ҡалабыҙҙы яулау бигүк еңелдән булманы. Унан инде милицияға (хәҙер – полиция) эшкә алындым. Шул иғтибарға лайыҡ, армияла ил алдындағы бурысты үтәгәндәрҙе һәр ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Район эске эштәр бүлегенең енәйәттәрҙе асыҡлау-тикшереү бүлегендә бөтәһе 15 йыл эшләнем, шуның 12 йылы етәксе кеүек яуаплы вазифала.

– Белеүебеҙсә, Һеҙ илебеҙҙең яңы барлыҡҡа килгән Донецк, Луганск һәм башҡа өлкәләренә гуманитар ярҙамды даими ташығанһығыҙ?

– Ил Президенты махсус хәрби операцияны иғлан иткәс, бер нисек тә битараф ҡала алманым. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә хәтлем гуманитар конвойҙы аҙытып йөрөнөм. Маҡсат – бәләкәй генә бейәләйҙән алып ҙур техникаға хәтлем һәммәһе лә урын-еренә барып етергә тейеш. Беҙ бурысыбыҙға бик яуаплы ҡараныҡ. Унда кемдәрҙе генә осртаманыҡ, хәрбиҙәр менән таныштыҡ, һәр саҡ тығыҙ бәйләнеш тоттоҡ. Бындағы ауыр көнкүреште күреп йөрөнөм, ул бер ҙә күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Украинаны аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында ул яҡтарҙа төҙөлөштә тир түктем. Бынан тыш һаҡсы ла булдым, төрлө объекттарҙы ла һаҡланым. Бына ошо йылдар һуҙымында Украиналағы фәҡир тормошто, Киевтың халыҡты юҡ итеүгә ҡоролған режимын тулыһынса күрҙем. Улар араһында сыуалғас, хәрәбиҙәр эсенә барып ингәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ысынында, гражданский булыу еңел түгел ине.

– Һәм бер көн килеп махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар иткәнһегеҙ...

– Эске эштәр бүлегенән полиция майоры булып эштән киттем. Күп тә торманым, дошманды илегебеҙ сигенә яҡын ебәрмәҫкә тигән уйҙан контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Тәүҙә был турала ғаилә советында оҙайлы һөйләшеү ойошторолдо. Кәләшем Лениза менән тулыһынса аңлаштыҡ, уның фатихаһын алдым. Бөгөн ҡыҙым Зарина Өфө ҡалаһында йәшәй, адвокат ул, уның менән килештек. II класта уҡыған Алмазға ла был хаҡта өндәштек. "Ҙур үҫкәс, һалдат булам!" тигәнде ғәзиземдән ишетеү ҡайһылай ғорурлыҡ, алмашсым да, фекерҙәшем дә улым.

Ауыр бурыстарҙы башҡарған етди подразделениеға эләгеү ҙә еңелдән булманы, ҙур тырышлыҡ һалдым. Салауат Юлаев батальоны махсус тәғәйенләнештәге айырым бригадаһының пулеметсыһы инем. Һәр ҡайҙа ла, ҡасан ғына булмаһын – армияла тиһеңме, махсус хәрби операцияла булһынмы, Башҡортостан егеттәре һәр ваҡыт маҡтаулы, командирҙар яҡташтарымды разведкаға ебәреп, уларға ҙур ышаныс күрһәтә. Барыһы өсөн дә сикһеҙ ғорурланам. "Һинең менән разведкаға барырға мөмкин", тигәнде һүҙҙәрҙе офицерҙар беҙгә беҙгә йыш ҡабатланы. Йәшем етеүгә бәйле, командирҙар контарктты өҙөргә ҡарар итте, шулай итеп, бөгөн ғаиләм янындамын.

– Һәр һалдаттың позывнойы була. Һеҙҙеке нисек ине?

– Был турала оҙаҡ баш ватманым, ғөмүмән, мәсьәләне һәр саҡ тиҙ хәл итеү яғындамын. "Шах" позывнойын алдым, билдәле, фамилиямдың тәүге өс хәрефе. Әйтеүе лә анһат, матур ҙа яңғырай.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Источник

Автор:
Читайте нас