Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 12:45

Лимон ҡайнатмаһы

Эҫе көндә һыуһынды ҡандыра, кәйефте күтәрә.    

Лимон ҡайнатмаһы
Лимон ҡайнатмаһы

Гел емеш - еләктән генә ҡайнатма эшләп ултырмағыҙ әле, лимонды ла онотмағыҙ. Бик тәмле әскелтем генә килеп сыға, эҫе көндә бигерәк тә һыуһынды ҡандыра.

Кәрәк була: 4 лимон, 8 стакан шәкәр, 1 стакан һыу.

Лимонды йыуабыҙ ҙә дүрткә бүләбеҙ. Төштәрен алып ит турағыстан үткәрәбеҙ. 1 стакан һыуға шәкәр һалып, утҡа ултыртып болғатып, сироп яһарға кәрәк. Үткәрелгән лимонға ҡушырға һәм тағы ла 20 минут тирәһе ҡайнатырға.

Бик тәмле әскелтем ҡайнатма килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Подслушано. Зианчура" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас