Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ҡайһы берәүҙәр өсөн икеләтә байрамға әүерелде. Был көндә 105 пар никахтарын теркәп, ғүмергә бергә һәм тоғро булырға һүҙ ҡуйышты.
Баш ҡалала 22 бәхетле пар никахтарын теркәне. Калинин районының ЗАГС бүлегендә ете пар, Ленин районы ЗАГС бүлегендә дүрт пар сәстәрен сәскә бәйләне. Стәрлетамаҡ ҡалаһында туғыҙ пар татыу, бәхетле ғаилә ҡорорға вәғәҙә биреште. Өфө районында биш пар никахтарын теркәне.
“Ишембай ҡалаһында ике пар никахтарын тантаналы рәүештә теркәне”, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.
Был бәхетле парҙар – Светлана һәм Александр Смирновтар менән Гөлкәй һәм Рамазан Мырҙабаевтар.
“Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы Рузалия һәм Радик Шафиҡовтар ғаиләһенә тапшырылды. Был награда – тоғролоҡ, сабырлыҡ, һөйөү символы. Район исеменән Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, “Ғаилә – традицияларҙы һаҡлаусы” номинацияһында еңеү яулаған Ульяновтар ғаиләһен дә ҡайнар ҡотланылар.
Беҙ уларҙың һәр береһенә бәхет һәм мөхәббәт теләйбеҙ! Яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, күптәргә татыулыҡ өлгөһө булып йәшәгеҙ.
Фото: Азат Ишемғоловтың “Бәйләнештә” селтәренән.