“Госуслуги Дом” мобиль ҡушымтаһында күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр өсөн яңы мөмкинлек булдырылды.
Авария булған осраҡта улар хәҙер идара итеүсе компания торлаҡ-коммуналь хеҙмәтәнең дәүләт-мәғлүмәт системаһына индергән рәсми телефон буйынса шылтырата ала. Диспетчерға шылтыратыу өсөн ҡушымтаның төп экранына күсергә һәм “Авария” кнопкаһына баҫырға кәрәк. Ниндәй осраҡтарҙа авария-диспетчерлыҡ хеҙмәте менән бәйләнешкә инергә икәнлеген ҡушымта үҙе әйтәсәк.
Ҡушымтаны https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/315953704714916676 һылтанмаһы буйынса күсереп алырға мөмкин.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы сайтынан.