Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль , 15:15

Биш мегаферма эш башлай

Уларҙың дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һум тәшкил итә.

Биш мегаферма эш башлай
Биш мегаферма эш башлай

Быйыл Башҡортостанда һөт фермаларын төҙөү һәм яңыртыу буйынса биш проектты тамамлау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Агросәнәғәт комплексы объекттарын замансалаштырыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) төп маҡсаттарының береһе.

Мегафермаларҙың дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙы сафҡа индереү төбәктә һөт етештереүҙе йылына 15 мең тоннанан ашыуға арттырасаҡ. Ҙур проекттар араһында Стәрлетамаҡ районының Көньяҡ ауылы янында төҙөлөп бөтөп килгән, 3,5 мең баш һауын һыйырына иҫәпләнгән “Калинин” һөт-тауар комплексы бар. Проектҡа 3 436,3 миллион һум инвестиция һалынған.

– Был Рәсәйҙә иң ҙур һөт комплексы буласаҡ. Объект төҙөлөшөндә заманса инженер ҡарарҙар ҡулланылған: мәҫәлән, кросс-елләткес системаһы ҡуйылған, бинала микроклимат өҙлөкһөҙ күҙәтелә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Бынан тыш, Илеш районында 1,2 мең баш һауын һыйырына иҫәпләнгән Куйбышев исемендәге колхоздың һөт-тауар фермаһын, Әбйәлилдә “Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһы фермаһының икенсе сиратын, Илештә “Урожай” тоҡомсолоҡ заводының роботлаштырылған комплексын төҙөү, Стәрлетамаҡтың Николаевка ауылында Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы фермаһын яңыртыу эштәре тамамланды тиерлек.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Источник

Автор:
Читайте нас