Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль , 08:55

Ихтыяр көсө ташып тора

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" наградаһы менән бүләкләнеүе шуға асыҡ миҫал

Ихтыяр көсө ташып тора
Ихтыяр көсө ташып тора

Президент Владимир Путиндың тәҡдиме нигеҙендә "Геройҙар ваҡыты" федераль проекты барлыҡҡа килде. Ә бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған республикабыҙҙағы "Башҡортостан Геройҙары" программаһын уның дауамы итеп ҡарарға кәрәк.

Әйткәндәй, Өфө һылыуы Алина Маннанова тап әлеге кадрҙар программаһында ҡатнаша ла инде. Яҡташыбыҙҙың махсус хәрби операцияла булыуы, күрһәткән батырлыҡтары тураһында, әлбиттә, һәммәбеҙ ҙә хәбәрҙар.

Өфө ҡыҙы 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа ашыҡты. Унда ул хәрби медик булып хеҙмәт итте. Тиккә генә "Игла" тигән позывнойын алмағандыр. Врач нәҡ алғы һыҙыҡтан яралаларҙы тыныс урынға ташыған. "Кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн", "Ихтыяр көсө һәм ышаныс өсөн" миҙалдары һәм "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" наградаһы менән бүләкләнеүе шуға асыҡ миҫал.

Өфө ҡыҙы бер урында туҡталып ҡала торған заттарҙан түгел. Әле ул маскировка селтәре үреү менән шөғөлләнә, бынан тыш окоп шәме яһай, бүтән төрлө эштәр менән мәшғүл. Башҡорт дәүләт медицина университетында тактик үҙәкен етәкләүен дә онотмайыҡ.

– Барыһын да күңел ҡушыуым буйынса башҡарам, махсус хәрби операция биләмәһендә аҡ халатлылар ныҡ кәрәк, һалдаттарға төрлө әйберҙәр туплап оҙатмаһаҡ, уларҙы кем башҡарыр, шуға күрә лә был эштәрҙе киләсәктә лә дауам итәсәкмен, – тине ул һалдаттар менән осрашҡанда.

Фото: Башинформ. 

Источник

Автор:
Читайте нас