Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июль , 15:50

Һабантуй гөрләп үтте

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Нөркә ауылында Һабантуй байрамы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы исеменән Асҡын районының ҙур делегацияһы ҡатнашты.

Һабантуй гөрләп үтте
Һабантуй гөрләп үтте

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкләгән беҙҙең район делегацияһы составына район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, «Танып» шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Ҡәҙимов, шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, спортсылар, йәштәр, шифахана вәкилдәре бар ине.
Һабантуй майҙанында дөйөм тырышлыҡ менән тирмәләрҙән ҡаласыҡ төҙөп, асҡындар унда бай мәҙәни программа тәҡдим итте. Бында башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәре һәм халыҡ кәсептәре эшләнмәләре менән танышырға мөмкин ине. Йылҡысылыҡ ихатаһы, халыҡ сәнғәте, заманса ижад, милли көрәш төрҙәре, хатта беҙҙең ерлеккә хас хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы ла күрһәтелде. Уңған хужабикәләребеҙҙең яңы ғына мейестә бешеп сыҡҡан ҡоймаҡтарын, маяш һәм башҡа милли ризыҡтарын тәмләп ҡараусылар сиратҡа теҙелде.
Район тарихына, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған майҙансыҡтар айырым иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙы Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләне.
“Йәйғор” өлгөлө бейеү коллективы тәрбиәләнеүселәренең милли костюмдарҙа популяр “Һомай” йырына дефиле күрһәтеүен һәм уларға дәрт өҫтәп барабандар һуғыусы “Раут” бейеү коллективы ҡыҙҙарының сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Асҡын районы майҙансығына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов оҙатыуында Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер килде. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы «Хазина» фольклор коллективы ихлас ҡаршы алып, тирмәләр менән таныштырҙы. Өлкә етәксеһе асҡындарҙың әҙерлеген һәм ҡунаҡсыллығын юғары баһаланы. Төбәк башлығы тирмәләрҙең сағыу биҙәлешен, тәҡдим ителгән экспонаттарҙың төрлөлөгөн һәм, әлбиттә, ҡунаҡтарҙы һыйлаған кулинар шедеврҙарҙы билдәләне. Ул милли традицияларҙы һаҡлауҙың һәм популярлаштырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Асҡын районы делегацияһына ысын байрам мөхитен булдырыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.
Асҡындар һабантуйҙың спорт ярыштарында ла ҡатнашты. Батырҙар милли көрәштә ярышты, ә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Фәрдүс Әхмәтовтың тәрбиәләнеүсеһе Роман Ханжин үҙ ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын яуланы.
Асҡын районы делегацияһының Нөркәләге край Һабантуйында ҡатнашыуы төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙың һәм башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын популярлаштырыуҙың сағыу миҫалы булды. Байрам бөтә ҡатнашыусыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә булышлыҡ итте.
Алия Ғилуанова.

Автор: Алия Гильванова
Читайте нас