Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль , 09:25

Йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә

Был - күптәр өсөн ҙур ярҙам. 

Йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә
Йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат бирелә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйенләп 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Бындай хәстәрлек төрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм уларҙың яҡындарының көндәлек ихтыяждарын хәл итеүгә, уларҙы социаль йәһәттән яҡлауға йүнәлтелгән.

2024 йылда ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 13,5 миллиард һум аҡса бүленгән.

2025 йыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Исемле йылда бығаса 40-тан ашыу булған ярҙам сараларын киңәйтеп, 50-нән ашыу иттеләр.

Яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары республика етәкселеге тарафынан булдырылған мөмкинлектәр менән киң ҡуллана. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта мәктәп йәшендәге балаларға лагерға бушлай юлламалар биреү, шулай уҡ республика шифаханаларында сәләмәтлек нығытыу, сығарылыш уҡыусыларына уҡыу йорттарына ингәндә тәғәйен льготалар менән ҡулланыу кеүек ярҙам саралары бик көнүҙәк һәм ҙур ихтыяж менән файҙалана.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына йортҡа газ үткәргәндә 100 мең һумға торошло сертификат биреү ҙә – күптәр өсөн ҙур ярҙам. Был хәстәрлек төрө менән ҡулланыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалдарына йәки йәшәгән ерегеҙгә яҡын урынлашҡан Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙгә ниндәй документтар тупларға, артабан ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнен тулыһынса аңлатып бирәсәктәр.

Фото: "Башинформ" агентлығы. 

Источник

Автор:
Читайте нас: