Ишембай районының Алаҡай ауылынан аш-һыу уңғаны Румана Шәрәфуллина гәзит уҡыусылары менән “Пятиминутка” ҡайнатмаһының рецебы менән уртаҡлашты.
– Биш стакан һыу алам, ҡайнап сыҡҡас, биш минут ҡайнатам. Шуға 15 стакан шәкәр ҡомо һалып, тағы биш минут ҡайнатам, шуға 10 стакан ҡара ҡарағат һалып, уны ла ҡайнап сыҡҡас 5 минут дауамында ҡайнатам. Иң аҙаҡ ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, баҙға һаҡлауға төшөрөп ҡуям. Был рецепты 20 йыллап ҡулланам. Оҙаҡ ҡайнатмағас, витамины ла һаҡлана, тәмле лә, – ти Румана Әмирйән ҡыҙы.
Фото: Румана Шәрәфуллина.